Магнитогорск ҡалаһындағы фажиғә

Магнитогорск ҡалаһындағы фажиғә https://bash.news/news/87426_magnitogorsk_alaynday_fazhi
03 ғин 2019, 19:55

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровскийға Магнитогорск ҡалаһындағы фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.

"Башҡортостан Республикаһы һәм үҙемдең исемемдән Магнитогорскиҙа һәләк булыусыларҙың ғаиләләре, туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Республика халҡын был фажиғә тураһында хәбәр тәрән тетрәндерҙе. Беҙ Силәбе өлкәһе халҡы менән бергә ҡайғырабыҙ, уңалмаҫлыҡ юғалтыу тойғоһон уртаҡлашабыҙ. Зыян күреүселәрҙең тиҙерәк һауығыуын теләйем. Фажиғә ҡағылған һәр кемгә беҙҙең йыуатыу һүҙҙәрен тапшырыуығыҙҙы үтенәм. Был ауыр сәғәттә һеҙгә ҡаһарманлыҡ, түҙемлек һәм рух ныҡлығы, ҡотҡарыу эштәрен башҡарыуҙа көс һәм сыҙамлыҡ теләйем. Бөтә ил менән беҙ һеҙҙең менән бергә." - тип тамамлана Радий Хәбировтың Магнитогорскиҙағы фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы.

Алдан хәбәр ителеүенсә, Силәбе өлкәһендә бөгөн Магнитогорскиҙа йорт емерелеүе һөҙөмтәһендә һәләк булыусылар иҫтәлегенә матәм көнө иғлан ителде. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, әлеге сәғәткә фажиғә ҡорбандары һаны 20-гә еткән. Һәләк булыусылар исемлегендә ике бала. Тағы ла 22 кешенең яҙмышы әлегә билдәһеҙ ҡала.

Магнитогорск ҡалаһындағы фажиғә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA