Балаҡатай районы Урғала ауылында участка дауаханаһы яңыртыласаҡ

Балаҡатай районы Урғала ауылында участка дауаханаһы яңыртыласаҡ https://bash.news/news/87427_balaataj_rajony_urala_auylynda_uchastka_dauaxanay_yayrtylasa
03 ғин 2019, 19:56

Видео 1 Был турала республика етәксеһе төбәккә сәфәре барышында белдерҙе. 2018 йылдың һуңғы эш көнөн Радий Хәбиров Балаҡатай районында үткәрһе. Ул төбәктең үҫеш мөмкинлектәрен барланы, социаль обьекттар төҙөлөшө, яңы эш урындары булдырыу тураһында фекер алышты.

Урғала ауылында Радий Хәбиров урындағы участка дауаханаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Учреждениела медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ юҡ, ә бына эш һәм пациенттарҙы дауалау шарттары заман талаптарына яуап бирмәй. Радий Хәбиров 2019 йылда проектлау эштәрен башҡарырға, ә 2020 йылда дауалау учреждениеһын тулыһынса яңыртырға ҡушты.

Урғала ауылында Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән дә осрашты. Күптәр үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Күп функциялағы үҙәктә сират, социаль инфраструктуралағы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге етешһеҙлектәр тураһында төпкөлдә йәшәүселәр туранан-тура республика етәксеһенә еткерҙе. Радий Хәбиров халыҡты ентекләп тыңлағандан һуң 2019 йылдың тәүге дүшәмбеһе, йәғни 15 ғинуарҙа төрлө ведомстволар белгестәренә халыҡты ҡабул итеү ойошторорға ҡушты.

Балаҡатай районы Урғала ауылында участка дауаханаһы яңыртыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Банер уфимская волна