Куранттар һуға, сабыйҙар тыуа

Куранттар һуға, сабыйҙар тыуа https://bash.news/news/87428_kuranttar_ua_sabyjar_tyua
03 ғин 2019, 19:58

Йыл менән йыл алмашынған тарихи мәлдә Башҡортостанда 50-нән ашыу бала тәүге ауазын һала, уларҙың 20-һе малай, 33-ө ҡыҙ. Ике ғаиләлә игеҙәктәр тыуған. Ҡабан йылының беренсе көнөндә тыуған сабыйҙар әле ғүмер юлының тәүге көндәрен бала табыу йортонда үткәрә.

Низамовтарҙың бәпесе декабрь аҙағында уҡ донъяға килергә тейеш була, әммә сабый эт йылында тыуырға ашыҡмай. Лена яңы йылды өйҙә туғандары менән бергә ҡаршы ала, төндә тулғаҡ тота башлағас ашығыс ярҙам саҡырырға тура килә. Низамовтарҙың улы 8-се бала табыу йортонда беренсе булып донъяға килә, малайға Алишер тигән исем дә һайлағандар.

Юлиә Ғәлиева ла яңы йылды өйҙә, өҫтәл артында ҡаршылай. Көнө буйы салаттар эшләй, бәлештәр бешерә. Әммә өҫтәл артында оҙаҡ ултырырға тура килмәй, Юлиә бала табыу йортона юллана. Тәүге тапҡыр әсә булыу бәхетен ул тормош иптәше менән бергә кисергән, ирем минән дә нығыраҡ тулҡынланды, сабыйҙы ҡулына алғас хатта илап та алды, ти Юлиә.

Мария Коробкова иһә яңы йыл төнөн бала табыу йортонда үткәрә, уның ҡыҙы эт йылын оҙатҡанда донъяға килә. Кескәй Алиса ғаиләләге өсөнсө бала. Мария әйтеүенсә, ҡабан йылы ла ғаилә өсөн күңелле мәшәҡәттәргә бай булмаҡсы. Өйҙә өс бәләкәй бала, бынан тыш ремонт эштәре көтә, ғаилә Сочиға күсергә йыйына. Яңы йыл төнөндә тормош иптәше ҡатынын яңғыҙ ҡалдырмай, бала табыу йорто алдында фейерверк шоуы ойоштора.

Былтыр башҡаланың 8-се бала табыу йортонда 3 меңгә яҡын сабый тыуған. Табиптар быйылғы һан күпкә юғары булыр тигән фекерҙә. Рәсәй һәм Башҡортостан буйынса алып барылған демографик сәйәсәт үҙ һөҙөмтәһен бирергә тейеш.

Баш ҡаланың 8-се бала табыу йортонда йыл менән йыл алмашынған сихри мәлдә 6 сабый тәүге ауазын һала, уларҙың 4-һе малай, икәүһе ҡыҙ. Табиптар араһында шундай ышаныу йәшәй - әгәр беренсе булып малай донъяға килһә, йыл уңышлы буласаҡ. Хәбәрсе. Табиптар әйтеүенсә, бала табыу бүлектәре өсөн байрам тигән төшөнсә юҡ, бында эш тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Һәр ваҡыт сафта булырға кәрәк, сөнки донъяға яңы кешене ҡабул итеүҙән дә яуаплыраҡ бурыс юҡ. Бында һәр ваҡыт сабыйҙарҙың тәүге ауаздары яңғырап тора.

Гүзәл Мәғәфүрова, акушер-гинеколог: “Яңы йыл беҙгә айырыуса байрам түгел, беҙҙә көн дә байрам, сөнки балалалар тыуа”.

Яңы йылға аяҡ баҫҡан тылсымлы мәлдә республикала 50-нән ашыу сабый донъяға килә, 20 малай һәм 33 ҡыҙ. Ҡабан йылының тәүге ҡарлуғастары әле бала табыу йортонда, иҫкесә яңы йылды инде улар өйҙә, ғаиләләре менән ҡаршы аласаҡ.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Куранттар һуға, сабыйҙар тыуа

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA