Хужалыҡты үҫтереүгә грант

Хужалыҡты үҫтереүгә грант https://bash.news/news/87429_xuzhalyty_tereg_grant
03 ғин 2019, 19:59

Балтас районынан Илһам Мәрҙәнов "Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү" программаһында ҡатнашып, 6 миллион һумлыҡ грант ота. Был аҡсаға ул хужалыҡта мал башын арттыра.

Илһам Мәрҙәнов ауыл хужалығы техникаһынан айырылғыһыҙ. Йәш сағынан комбайн, трактор менән оҫта идара итә. Сирек быуат элек фажиғәгә эләгеп, уң ҡулын юғалтыуға ҡарамаҫтан, күңеле менән һынмай. Киреһенсә, Яңы Балтас һәм Тушҡыр ауылдарында крәҫтиән- фермер хужалыҡтарын тергеҙеп, тиҫтәгә яҡын хеҙмәт урыны булдыра. Ер эшен һөйөүселәр менән бергә эшләүҙең һөҙөмтәһе лә ыңғай. Былтыр тырыш етәксе "Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү" программаһында ҡатнашып еңеүгә ирешә.

Һөт малсылығын үҫтереү, ҡураларҙы нығытыу - маҡсаттар күп. Илһам Рәшит улы хужалыҡта хеҙмәткәрҙәр һанын арттырыу ниәте менән дә йәшәй. Ферма районда бар күрһәткестәр буйынса ла лидерҙар рәтенә сығырға тейеш.

Тырыш фермерҙы яңы еңеүҙәргә ғаиләһе әйҙәй. Ҡатыны - төп кәңәшсеһе һәм ярҙамсыһы. Балалары ла уҡыуҙағы уңыштары менән һөйөндөрә. Мәрҙәновтар - райондың өлгөлө ғаиләһе лә.

Эльмира Мәрҙәнова, Илһам Мәрҙәновтың ҡатыны: “Бик яғымлы, тырыш, уны ауылыбыҙ кешеләре ихтирам итә”.

Илһам Мәрҙәнов ал-ял белмәй, тәүлек әйләнәһенә тиерлек фермала. Үҙ көсөнә ышанған, маҡсаттарына ирешеүсән етәксе менән һоҡланмау мөмкин түгел. Бөлгөнлөккә төшкән ике хужалыҡты тергеҙеп, ауылдаштарын ер эшенә ылыҡтыра ул.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Хужалыҡты үҫтереүгә грант

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа