Яңауыл районында 8 йәшлек ҡыҙ менингокок инфекцияһынан вафат булған

Яңауыл районында 8 йәшлек ҡыҙ менингокок инфекцияһынан вафат булған https://bash.news/news/87432_yaauyl_rajonynda_8_jshlek_y_meningokok_infekciyaynan_vafat_bulan
03 ғин 2019, 20:29

Ауыр хәлдәге бала юғары температура менән дауаханаға 1 ғинуарҙа килтерелә. Ауырыу дауаханаға килтерелгән тәүге сәғәттәрҙә үк Республика балалар клиник дауаханаһының санавиацияһы менән Өфөнөң 4-се йоғошло сирҙәр клиник дауаханаһы белгестәре тейешле консультациялар уҙғара. Реанимация бүлегенә күсерелгәс тулы диагностик саралар комплексы билдәләнә. Шуға ҡарамаҫтан сир бик тиҙ киҫкенләшә һәм дауалауға ҡарамаҫтан, 2 ғинуарҙа пациент вафат була

Светлана Ҡусҡарбәкова, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: “Әлеге ваҡытта районда эпидемияға ҡаршы саралар күрелә. Медиктар сирле менән контактта булыусыларҙы асыҡлап, уларҙан анализдар алып, антибиотиктар терапияһы билдәләй. Ҡыҙ менән контактта булған ете бала вирус инфекцияһы билдәләре менән Яңауыл үҙәк дауаханаһына һалынған. Ҡалғандары 10 ғинуарға тиклем табип күҙәтеүендә ҡала”.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың медицина ойошмаларында сиргә ҡаршы тейешле препараттар етерлек. Бынан тыш, республиканың СПИД һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү үҙәгенә сирле менән бәйләнештә булғандар артыу осрағына өҫтәмә иммуноглобулиндар һәм вакциналар запасы әҙерләргә ҡушылған.

Белгестәр ауырыуҙың тәүге билдәләре йәғни, юғары температура, баш ауыртыу, ҡалтыраныу, тән ауыртыу, геморрагик таптар осрағында кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә саҡыра. Вирус сирҙәре эпидемияһы осоронда халыҡ күп йыйылған ерҙәрҙә йөрөмәҫкә, ябай гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш ителә.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Яңауыл районында 8 йәшлек ҡыҙ менингокок инфекцияһынан вафат булған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров