Янғын сығыу осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында бөгөн баш ҡалала сираттағы рейд үтте

Янғын сығыу осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында бөгөн баш ҡалала сираттағы рейд үтте https://bash.news/news/87433_yanyn_syyu_osrataryn_ikrte_masatynda_bgn_bash_alala_sirattay_rejd_tte
03 ғин 2019, 20:30

Был юлы профилактик сара янғынға ҡаршы көрәш идаралығы һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре менән берлектә ойошторолдо. Йорт хужаларының уяулығын арттырыу, хәүефһеҙлек талаптары һәм ҡағиҙәләрен аңлатыу маҡсатында белгестәр электр ҡоролмалары һәм сымдарының төҙөклөгөн тикшереп сыҡты. Рейдта ҡатнашыусы вәкилдәр халыҡҡа иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратты, хәүефһеҙлек сараларын аңлатты.

Радик Төхвәтуллин, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығының Өфө ҡалаһы буйынса иҫкәртеү һәм күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге етәксеһе: “Күп осраҡта янғын дөрөҫ тоташтырылмаған электр сымдарҙан барлыҡҡа килә. Иҫкергән сымдарға нагрузканы күбәйтергә ярамай”.

Бөгөнгө профилактик рейд барышында Өфөнөң Дим биҫтәһендә тиҫтәләп шәхси йорт иғтибар үҙәгенә алынды. Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе хужаларға тиҙ арала бөтөрөү бурысы ҡуйылды. Тикшереү саралары алдағы көндәрҙә лә дауам итә. Төп иғтибар күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә йүнәлтеләсәк. Был декабрҙә Туймазы районында булған һуңғы ваҡиғаларға бәйле.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Янғын сығыу осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында бөгөн баш ҡалала сираттағы рейд үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд