Боҙҙа һаҡ булығыҙ!

Боҙҙа һаҡ булығыҙ! https://bash.news/news/87434_boa_a_bulyy
03 ғин 2019, 20:31

Яңы йыл каникулында республиканың балыҡсылар күпләп йыйылған һыу ятҡылыҡтары Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы белгестәре тарафынан айырым күҙәтеүгә алына.

Инспекторҙар һыу буйында балыҡсылар менән аңлатыу эштәре алып бара, уларға һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәрмәләр яҙылған ҡағыҙҙар тарата. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, республика йылғаларында боҙҙоң ҡалынлығы 17 сантиметрҙан 38 сантиметрға тиклем етә.

Ғәҙәттә балыҡ ҡармаҡлау боҙҙоң ҡалынлығы 10 сантиметрҙан юғары булғанда рөхсәт ителә. Шуға ҡарамаҫтан, бер кем дә һыуҙың хәүефле урын булыуы тураһында оноторға тейеш түгел, ти белгестәр. Улар фекеренсә, балыҡсылар йылға-күлдәрҙә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға, үҙҙәре менән ябай ҡотҡарыу әйберҙәрен дә йөрөтөргә тейеш.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Боҙҙа һаҡ булығыҙ!

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд