Магнитогорскиҙағы ғәҙәттән тыш хәлдә зыян күреүсе ғаиләләргә бер миллион һум күләмендә матди ярҙам күрһәтеләсәк

Магнитогорскиҙағы ғәҙәттән тыш хәлдә зыян күреүсе ғаиләләргә бер миллион һум күләмендә матди ярҙам күрһәтеләсәк https://bash.news/news/87435_magnitogorskiay_ttn_tysh_xld_zyyan_krese_aillrg_ber_million_um_klmend_matdi_yaram_krtelsk
03 ғин 2019, 20:34

Компенсация күләме өлкә губернаторы тарафынан билдәләнгән. Ул бөгөн таратыла башлаған. Бынан тыш, торлаҡһыҙ ҡалыусылар фатир менән дә тәьмин ителәсәк, тип хәбәр итә рәсми сығанаҡтар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә 31 декабрь иртәһендә теркәлгәйне.

Рәсәй Тәфтиш комитеты биргән мәғлүмәттәр буйынса, көнкүреш газы шартлау һөҙөмтәһендә ҡаланың Карл Маркс проспектындағы ун ҡатлы торлаҡ йорт подъезы ишелеп төштө. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса күп ҡатлы торлаҡ йорттағы шартлау һөҙөмтәһендәге емереклектәр аҫтынан бөгөнгә 38 кешенең кәүҙәһе табылған, уларҙың 22-һенең шәхесе асыҡланған. Ә ғәйепһеҙ юғалған өс кешенең яҙмышы әлегә билдәһеҙ.

Зыян күргән алты кеше, шул иҫәптән ике бала дауаханала ҡала. Ун айлыҡ Ваня Фокин иһә Мәскәүҙә Ашығыс балалар хирургияһы һәм травматология фәнни тикшеренеү институтының реанимация бүлегендә... Әле табиптар уның сәләмәтлеге тотороҡланып, бер аҙ яҡшыра төшөүен билдәләй. Билдәле булыуынса, сабыйҙың мейеһендә асыҡ йәрәхәт, тән өлөшсәләре туңып, бөйөрҙәре ҡаҡшап, организмында һыуһыҙлыҡ башланған ине.

Автор: Рәйлә Күсемханова.

Магнитогорскиҙағы ғәҙәттән тыш хәлдә зыян күреүсе ғаиләләргә бер миллион һум күләмендә матди ярҙам күрһәтеләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество