Борай районының Кәшкәләү ауылы урта мәктәбе зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды

Борай районының Кәшкәләү ауылы урта мәктәбе зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды https://bash.news/news/87436_boraj_rajonyny_kshkl_auyly_urta_mktbe_zgr_yayulya_totashtyryldy/?lang=bash
03 ғин 2019, 20:38

Мәғариф учреждениеһы коллективы, уҡыусылар өсөн был күптән көтөп алынған ваҡиға. Һуңғы ун йылда бина утын яғып йылытылған. Синыф бүлмәләре һыуыҡ була, хәҙер иһә уңайлы шарттарҙа белем алырға мөмкин. Билдәле булыуынса, ярты быуатлыҡ тарихы булған мәктәптә бөгөн биш ауыл балалары уҡый.

Розалина Ғәлиәхмәтова, Кәшкәләү ауылы урта мәктәбе уҡыусыһы: “Ҙур, шатлыҡлы ваҡиға. Йылыла рәхәтләнеп уҡырбыҙ”.

Илфир Шәйҙуллин, Кәшкәләү ауылы урта мәктәбе директоры: “Был эш башҡарыу маҡсаты менән Республика бюджетынан 1 миллион 400 мең һум аҡса бүленде. Барыһы ла үтәлде. Рәхмәт”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Борай районының Кәшкәләү ауылы урта мәктәбе зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет