Рушана Вәлиева Өфөгә ҡайтты

Рушана Вәлиева Өфөгә ҡайтты https://bash.news/news/87438_rushana_vlieva_fg_ajtty
03 ғин 2019, 20:46

Бөгөн "Өфө" Халыҡ-ара аэропорты федераль канал сәхнәһен шаулатҡан йәш талант эйәһе Рушана Вәлиеваны ҡаршы алды. Яҡташыбыҙ "Голос" проектының финалында дүрт ир-егет башҡарыусы араһында өсөнсө урын яуланы.

Рушана Вәлиеваның ижадын яратыусылар аэропортта сағыу гөлләмәләр менән ҡаршы алды. Республика халҡы өсөн ул еңеүсе. Сөнки быға тиклем Башҡортостандан сығыш яһаған бер генә ҡатнашыусының да финалға тиклем еткәне булманы. Яҡташыбыҙ ысын мәғәнәһендә миллионлаған тамашасыны әсир итте.

Әйткәндәй, Рушана күптәргә дүрт йыл элек балалар араһында ойошторолған федераль канал проекты ҡатнашыусыһы булараҡ таныш. Ул саҡта яҡташыбыҙ Алла Пугачеваның репертуарынан алынған "Беләһеңме, барыһы ла буласаҡ әле" исемле йырын башҡарғайны. Ләкин, проектта үтә алманы. Шулай ҙа, был сығыш Рушананы яңы кимәлгә күтәреүгә булышлыҡ итте. Билдәлелек яуларға юл асты. Йырҙа әйтелгәнсә, "Барыһы ла алда әле"...

Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне. Рушана проект ҡатнашыусыһы. Барыһы ла Башҡортостан ҡыҙын һайланы. Ләкин, Рушана үҙе "Ленинград" төркөмө лидеры Сергей Шнуровта ҡалыуҙы хуп күрҙе. Өмөт аҡланды тип әйтергә мөмкин. Проект сиктәрендә тәҡдим иткән бар композиция ла ҙур еңеүҙәр алып килде.

Һоҡланғыс тембрлы тауыш, музыкаль һәләт, ғәжәйеп үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығы менән йәш артисыбыҙ бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тауыш биреүҙәр уны финалға сығарҙы. Өс егет араһында ул берҙән-бер гүзәл зат вәкиле. Етмәһә, иң йәше... Финалда Рушана үҙенең киң яҡлы ижадсы икәнен асып һалды. Бар композиция ла төрлө жанрҙарға ҡоролған.

Рушана Вәлиева, "Голос. Перезагрузка" проекты финалисы: “Проект тамам. Шатмын. Сөнки тауышымды оҡшаттылар. Проектта күп дуҫтар таптым”.

Илдең иң ҙур йыр проектын миллионлаған тамашасы күҙәтте. Рушананың ата-әсәһе өсөн дә был сара ҙур түҙемлек талап итте.

Нурия Вәлиева, Рушананың әсәһе: “Рушана пландары тураһында әле әйтеп булмай. Ул 2-се курс студенты. Уҡып бөтөргә уйлай. Параллель рәүештә йырлауын да дауам итер”.

Ә инде федераль проекттың еңеүсеһе тип Санкт-Петербургта йәшәүсе һәм ижад итеүсе Петр Захаров табылды. Ул миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Ә Рушана үҙ сығышынан ҡәнәғәт. Әле ул Мәскәүҙең Юғары иҡтисад мәктәбендә ғәмәли математика йүнәлешендә белем ала. Шулай ҙа, музыка уның яратҡан шөғөлдәренең береһе булып ҡала.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Рушана Вәлиева Өфөгә ҡайтты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд