2019 йыл Рәсәйҙә театр йылы тип иғлан ителде

2019 йыл Рәсәйҙә театр йылы тип иғлан ителде https://bash.news/news/87439_2019_jyl_rsj_teatr_jyly_tip_ilan_itelde
03 ғин 2019, 20:48

Был айырыуса беҙҙең республика өсөн мөһим ваҡиға. Сөнки быйыл Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы, Мостай Кәримгә йөҙ йыллығы, төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" фестивале үтеүе көтөлә. Республика театрҙары тамашасыны ниндәй премьералар менән һөйөндөрәсәк?

Театр йылын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы өр-яңы "Урал батыр" спектакле менән ҡаршыланы. Сәхнәләге декорация бер ҡараһаң, кәмә, икенсе ҡараһаң күпер, йә ҡанатлы толпарға әйләнә. Ябай селтәрҙәге ептәр төрлө төҫтәге яҡтылыҡтан 3 Д форматын булдыра. Етәкселек тамашасы күңеленә хуш килерлек, улар яңы театр йылында рухи тәрбиә алһын, тарихҡа иғтибарлы булһын өсөн бар көсөн һала. Әйткәндәй, Мәжит Ғафури театры ла быйыл үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй.

Олег Ханов, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе: “У. Шекспирҙың әҫәре буйынса спектакль ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ Илсур Ҡаҙаҡбаев Мостай Кәримдең әҫәре буйынса "Ҡыҙ урлау" спектаклен ҡуясаҡ. Был бөйөк шағирыбыҙҙың йөҙ йыллығына арналасаҡ”.

Опера һәм балет театры өсөн дә йыл мөһим ваҡиғаларға бай буласаҡ. Бина төҙөлөүенә 100 йыл. Ижади коллектив "Шүлгәнташ" балетын, "АттИлла" операһын ҡуясаҡ. Бынан тыш, Нуриев фестивалдәренә дә етди әҙерлек алып барыла. Шулай уҡ республикала "Туғанлыҡ" халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале үтәсәк.

Ҡурсаҡ театры яңы йылда мәҙәниәт учреждениеһының матди-техник базаһын нығытырға ниәтләй. Ҙур залда ултырғыстар яңыртылып, бәләкәй тамашасыларға яҡшы кәйеф бүләк итер өсөн шарттар булдырыласаҡ.

Альберт Имаметдинов, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры: “Пландар күп. Әлеге ваҡытта беҙ 2019 йылда, теар йылында ҡуйыласаҡ спектаклдәр һанын билдәләнек. Дүрт премьера тип торабыҙ, әммә алтауҙы ҡуйырға иҫәп бар. Иң мөһиме беҙҙең кесе тамашасыларыбыҙ килһен!”

Республика район-ҡалаларында эшләп килгән бәләкәй театрҙар ҙа яңы премьералар әҙерләй. Бының өсөн төбәктәрҙәге мәҙәниәт усаҡтарында бөтә мөмкинлектәр бар. Ике йыл эсендә "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә 47 клуб ремонтланып, тейешле музыка ҡоралдары менән байытыла. Алдағы 6 йылда ауыл ерендә 26 өр-яңы мәҙәни объект төҙөү ҡаралған.

Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры:

Театр йылында бәләкәй төбәктәрҙәге ижади коллективтарға ла ҙур сәхнәгә сығыу мөмкинлеге булыр, тип көтөлә. Тамашасыларға репертуарҙан һайлап ҡарап йөрөрлөк спектаклдәрҙең артыуы халыҡты рухи яҡтан байытыр, сәнғәткә ылыҡтырыр, тигән ышаныс уята.

Автор: Фәниә Юланова.

2019 йыл Рәсәйҙә театр йылы тип иғлан ителде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд