Бөгөн Өфөнөң "Ҡунаҡһарай" сауҙа комплексы биләмәһендә "Терра Ҡыш" фестивале тамамлана

Бөгөн Өфөнөң "Ҡунаҡһарай" сауҙа комплексы биләмәһендә "Терра Ҡыш" фестивале тамамлана https://bash.news/news/87441_bgn_fn_unaaraj_saua_kompleksy_bilmend_terra_ysh_festivale_tamamlana
03 ғин 2019, 20:55

Дүрт көн дауам иткән сара сиктәрендә өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтарына төрлө күңел асыу программалары тәҡдим ителде, ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр эшләне. Уларҙың береһендә төрлө тоҡомло эттәр менән дә танышырға мөмкин ине.

Эт һәм уның хужабикәһе дуэт менән йырларға ярата. Виктория менән Ригл ҡушаматлы эт музыка менән мауығыуҙан тыш, башҡа һөнәрҙәр ҙә белә. Виктория үҙенең дүрт тояҡлы дуҫы менән эт үҫтереүселәр түңәрәгендә шөғөлләнә. Унда эт хужаларын хайуандарға күнекмәләр үткәрергә өйрәтәләр, һуңынан был шөғөлдәргә балалар үҙҙәренең эттәрен өйрәтә.

Виктория Боровик: “Бәләкәй һеңлем илағас, беҙҙең этебеҙ ҙә илап ебәрҙе, шулай итеп илай һәм йырлай башланы”.

Дөрөҫ тәрбәләнгән эттәр балаларҙың иң яҡын дуҫына әүерелә. Австралия овчаркалары көтөү көткәндә хужаһына ҙур ярҙамсы, һәм улар еккегә лә тиҙ өйрәнә. Бөгөнгө сараға килгән балалар һәм уларҙы ата-әсәләре йорт хужаһы булған эттәрҙең төрлө тоҡомдары һәм төрҙәре менән яҡындан аралаша алды.

Ҙур кәүҙәле эттәрҙән ҡурҡырға ярамай, ти хужалары. Йомшаҡ мамыҡлы маламуттар - изге һәм кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба алған күндәм холоҡло йән эйәләре.

Айгөл Камалетдинова, “Минең эттәрем йортто ләүкелдәп өрөп һаҡлаусы ғына түгел. Дүрт аяҡлы януар ошондай булырға тейеш, тигән фекерҙәмен”.

Ҡунаҡһарай сауҙа комплексындағы майҙанда полицияла тоғро хеҙмәт иткән овчаркаларҙы, йомшаҡ холоҡло маламуттарҙы ла күпләп осраттыҡ. Нисек кенән булмаһын, бындай байрамдар кешеләрҙе берләштереп кенә ҡалмай, ә дүрт аяҡлы тоғро дуҫтарыбыҙға ҡарата кеселекле һәм кешелекле булырға ла өйрәтә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Бөгөн Өфөнөң

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа