Һәүәҫкәр хоккей тур

Һәүәҫкәр хоккей тур https://bash.news/news/87442_kr_xokkej_tur
03 ғин 2019, 20:58

Сибайҙың "Ирәндек" боҙ аренаһында Баймаҡ, Хәйбулла райондары һәм Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының һәүәҫкәр хоккейсылары көслөләрҙе асыҡланы. Турнир урындағы билдәле хоккейсы, тренер, өс тапҡыр төбәк чемпионы Рәил Хөсәйеновтың яҡты иҫтәлегенә арналды.

Йылдың тәүге көндәрен спорт саралары менән башлау якшы билдә. Тимәк, сәләмәтлек, хәрәкәттә бәрәкәт ир егеттәрҙең күбеһе өсөн төп йәшәү максаты булып кала. Иҫке Сибай ауылының бер төркөм һәүәҫкәрҙәре ошо көндәрҙә хоккей тренеры Рәил Хөсәйенов иҫтәләгенә турнир уҙғарыу теләге менән сыккас, бер кем дә ҡаршы килмәй. Ул ғына ла түгел Сибай калаһы боҙ аренаһын һәм Баймак һәм Хәйбулла рйаондары үҙ командаларын сығара.

Әсҡәт Ишбирҙин, Иҫке Сибай ауылының "Байтал" командаһы тренеры: “Бөтәһе өс уйын була. Спортты үҫтереү, үҫтереү, үҫтереү”.

Ҡурҡаҡ хоккей уйнамай тигән афоризм беҙгә рус әйтеменән тура тәржемә булып инһә лә, ысынлап та хоккейға тик батырҙар ғына баҫа. Шулар араһында һәүәҫкәр хоккей ветерандары айырым урында.

Байрам көндәрендә көндәлек мәшәкәттәрҙән арынып райондың тәүге етәкселәре лә конькиға баҫты. 3 тапкыр чемпион, хоккей тренеры Рәил Хөсәйеновтың яҡты иҫтәлегенә үткәрелгән был сара алдағы йылдарҙа ла традицион байрамға әйләнәсәк, ти ойоштороусылар.

Ошо сараны ойоштороуға боҙ аренаһын биргән сибайҙар ҙа күршеләрҙе якшы бүләктәр менән каршы алды. Төп енеүсегә кубок, шулай ук якшы капкасы. Һаксы һәм һөжүмсене билдәләнеләр.

Боҙҙағы уйын яктар өсөн бер файҙалы осрашыу ғына булһа ла, урындар түбәндәгесә билдәләнде. Кубок һәм абсолют енеүсе исеме Баймак районы командаһына бирелде, икенселә Хәйбулла һәм өсөнсө урында Иҫке Сибай ауылы. Шулай ҙа дуҫтарса осрашыу йылдың бер матур хәтирәһе булараҡ күңелдә ҡалыр моғайын.

Автор: Гөлнур Ишбулатова.

Һәүәҫкәр хоккей тур

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд