Сүп-сар сығарыу менән бәйле проблемаларҙы халыҡ республика етәксеһенә еткерә ала

Сүп-сар сығарыу менән бәйле проблемаларҙы халыҡ республика етәксеһенә еткерә ала https://bash.news/news/87474_spsar_syaryu_menn_bjle_problemalary_xaly_respublika_etkseen_etker_ala
04 ғин 2019, 20:51

Был турала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡайһы бер төбәктәрҙең идарасы компаниялары власть вәкилдәрен "сүп-сар коллапсы" менән ҡурҡытып, тарифтарҙы арттырыуҙы һораны. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең республикала хаҡтар ил буйынса иң түбәндәренең береһе, әлегә барыһы ла яҡшы бара.

Яңы йылдың тәүге өс көнөндә генә 6 мең тоннанан ашыу көнкүреш ҡалдыҡтары сығарылған, 568 берәмек махсус техника даими рәүештә эшләй. Был көндәрҙә Экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡала-райондарҙа дежурлыҡ ойошторған. Шулай ҙа ҡалдырылған автомобилдәр, идарасы компаниялар тарафынан етерлек күләмдә контроль булмауы һәм контейнерҙар етешмәүе ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар тыуҙыра.

Шуның өсөн бар процестарҙы ла етди иғтибарға алып, был эшкә йәмәғәтселек тә әүҙем ҡушылыр тип ышанам. Әгәр ҙә ҡайҙалыр сифатһыҙ йыйыштырыуға иғтибар итһәгеҙ минең сәхифәгә яҙығыҙ, тигән Башҡортостан етәксеһе.

Сүп-сар сығарыу менән бәйле проблемаларҙы халыҡ республика етәксеһенә еткерә ала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд