Суд приставтары йәнә Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан шапито-циркы эшен туҡтатты

Суд приставтары йәнә Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан шапито-циркы эшен туҡтатты https://bash.news/news/87476_sud_pristavtary_jn_fn_sipajlovo_bitend_urynlashan_shapitocirky_eshen_tutatty
04 ғин 2019, 20:53

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, суд сикләүҙәренә ҡарамаҫтан, артистар эшмәкәрлеген дауам иткән. Тәүге ҡарар 19 декабрҙә янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгәне өсөн сығарылғайны. Уны инҡар итеп, ижади коллектив эште дауам иткәнгә күрә ойошма етәкселегенә енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Цирк хеҙмәткәрҙәре иһә бойондороҡһоҙ экспертиза үткәреүен, ләкин судҡа Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәренең килмәүен билдәләй. Шулай уҡ ведомство тарафынан ҡабат тикшереү ҙә ойошторолмаған.

Аллабирҙе Исрафилов, цирк етәксеһе: “Аңлайым да ул суд приставтары яуаплы эш башҡара. Ләкин, минең дә ҡарашты иҫәпкә алһындар ине. Яңынан тикшереү уҙғарыуҙарын һорап, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иттем. Ләкин, ишетеүсе юҡ. Бер көттөм, ике көттөм. Түҙерлек хәл ҡалмағас тамашаны ойошторорға ҡарар иттек. Байрам кәйефен боҙҙолар. Килгән халыҡты ҡыуып тигәндәй сығарҙылар”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Суд приставтары йәнә Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан шапито-циркы эшен туҡтатты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна