Яңы йылға дәүләт ярҙамы

Яңы йылға дәүләт ярҙамы https://bash.news/news/87477_yay_jyla_dlt_yaramy
04 ғин 2019, 20:54

Әбйәлил районында йәшәүсе бер төркөм етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстары тапшырылды. Тантанаға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов тәбрикләне.

Уның билдәләүенсә, торлаҡ мәсьәләһе бөгөн күптәр өсөн ҙур проблема һанала. Һәр кемдең йәшәр урыны булырға тейеш. Һеҙгә бөгөн тапшырылған фатир асҡысы оло тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам итер тип ышанғы килә.

Федераль программа ярҙамында йәштәргә барлығы 8 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Социаль түләүҙең күләме ғаилә ағзалары иҫәбенән сығып билдәләнгән. Фатир асҡыстарынан тыш, ҡайһы бер ғаиләләр үҙ торлаҡтарын төҙөп бөтөүгә сертификаттар ҙа алды.

Фәнис Мостафин, торлаҡ сертификаты алыусы: “Өй ултыра. Эшләп бөтөп барабыҙ. Еренә еткереп, иркенәйтеп йәшәргә уйлайбыҙ. Был финанс ярҙам беҙгә бик урынлы булды”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Яңы йылға дәүләт ярҙамы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров