Яңы йыл сабыйҙары

Яңы йыл сабыйҙары https://bash.news/news/87478_yay_jyl_sabyjary
04 ғин 2019, 20:55

Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан 3-сө бала табыу йортонда йылдың тәүге көнөндә тыуған бәпестәр йорттарына юлланды. Ғаиләләрҙең шатлығын БСТ каналының ижади төркөмө уртаҡлашты.

Баш ҡаланың Дим биҫтәһендә йәшәүсе Зәйнетдиновтар Яңы йыл сараларына иғтибар бирмәй тип әйтерлек. Ғаиләлә икенсе, күпкә мөһим байрам. 31 декабрҙә көтөп алған улдары - Әҙил донъяға килгән.

Әминә Зәйнетдинова: “Ғинуарҙа көтөргә әҙерләнгәйнек, 31 декабрь таптым”.

Күрше палатала тағы ла бер бәхетле пар. Улар игеҙәк сабыйҙарға ата-әсә булыу бәхетен кисерә. Бер юлы ике баланы ҡулға алыу үҙе ҙур шатлыҡ тип һөйөнә йәштәр.

Регина һәм Иван Ступиндар: “Балалар үҙҙәре яңы йылдың тәүге көнөнә тыуырға ҡарар сығарҙылар”.

Яңы йыл төнөндә һәм яңы йылдың беренсе көнөндә донъяға ауаз һалыу яҡшы ырым. Күптәр уны яҙмыш бүләге булараҡ ҡабул итә. Тантана хужаларын ҡотларға туғандары, район етәкселеге, табиптар йыйылды.

Сәлиә Ҡоҙабаева: “Яңы йыл алдынан ҡыҙым ейәнсәр бүләк итте. Бәхетле булһын”.

Сергей Плотников, Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы: “Первая встреча ребенка с роддома – лучшее в семейной жизни”.

Табиптар өсөн бала табырға ярҙам итеү көндәлек эш булһа ла, яңы йыл бәпестәре менән осрашыу - аҡ халатлылар өсөн дә тулҡынландырғыс, тип билдәләй дауахана хеҙмәткәрҙәре.

Алиса Мамаева, Өфөнөң 3-сө бала табыу йортоноң баш табибы: “В этом году нам очень повезло. Первыми родились двойня мальчишек”.

Йылдың тәүге көнөндә тыуған балалар һоҡланғыс күренеш. Байрам көнө булғанға ғына түгел. Һәр яңы ғүмер үҙе тылсым һәм мөғжизә.

Автор: Флорида Ким.

Яңы йыл сабыйҙары

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество