Туғыҙ балаға ғүмер бүләк итеүселәр

Туғыҙ балаға ғүмер бүләк итеүселәр https://bash.news/news/87479_tuy_balaa_mer_blk_iteselr
04 ғин 2019, 20:56

Уҙған йыл Дәүләкәндән Гөлназ менән Айнур Ҡорманаевтар ғаиләһе өсөн уңышлы була. Дәүләт ярҙамы алып, машина һатып алалар, йорттарының ҡыйыҡтарын яңырталар. Ғаилә йылына арналған төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүгә ирешәләр.

Балалар күп булған ерҙә - гел байрам. Гөлназ менән Айнур Ҡорманаевтар ғәзиздәрен ҡышҡы каникулда Өфөгә алып килә. Балсыҡтан һындар яһау буйынса ойошторолған оҫталыҡ дәресе - йорттарын төрлө һауыт-һаба менән дә байытасаҡ. Биш ҡыҙға һәм дүрт малайға ғүмер бүләк иткән атай-әсәйгә ҡарап, һоҡланырға ғына ҡала.

Гөлназ Ҡорманаева, туғыҙ бала әсәһе: “Ғаилә йылы беҙҙең өсөн уңышлы булды. Көтөп алған ҡыҙыбыҙ Самира тыуҙы. Тормош иптәшем менән бәхетлебеҙ. Өйөбөҙҙә һәр саҡ бала тауышы яңғырай”.

Бәхетле атай-әсәй балаларын төрлө яҡлап үҫтерергә, уларҙың һәләттәрен асырға ынтыла. Һәр ҡайһыһының яратҡан шөғөлө бар, береһе йыр-бейеүгә маһир булһа, икенселәре спортты ярата. Фән менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа бар.

Алһыу Ҡорманаева: “Күмәк булғас – рәхәт. Ай һайын тыуған көндәр билдәләйбеҙ”.

Гөлназ Ҡорманаева тәүлек әйләнәһенә плита янында тиһәк тә хата булмаҫ. Иртә менән бәлеш бешерә, ҡыҙҙарын да аш-һыу серҙәренә өйрәтә. Өҫтәл һәр ваҡыт мул булырға тейеш. Ғаилә сәләмәт туҡланыу яҡлы, витаминдарға бай ризыҡтар кескәйҙәрҙең һаулығын да нығыта. Әйткәндәй, малайҙар спорт менән шөғөлләнһен өсөн йортта бар шарттар булдырылған. Турникта ла тартылалар, канатҡа ла менәләр.

Ҡышҡы каникул күңелле үтә, йорт алдындаҠорманаевтар төрлө ярыштар ойоштора. Балалары саф һауала етеҙлеккә көс һынаша. Бер-береһенең уңыштарына һөйөнә.

Ғаиләгә балаларҙы тәрбиләүҙә олатай-өләсәйҙәре ярҙамға килә. Ейән-ейәнсәрҙәре киләсәктә илдең лайыҡлы шәхестәре булып үҫер тип өмөтләнә улар

Хәлиҙә Ноғоманова: “Бәхетле булһындар. Һәр көн ғүмерҙең ҡабатланмаҫ, мөғжизәле мәл”.

Ҡорманаевтар районда әүҙем йәмәғәт эше лә алып бара. Шуға өй тулы дипломдар булыуына ла аптырайһы түгел. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға йүнәлтелгән төрлө конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, еңеүҙәргә ирешкәндәр.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Туғыҙ балаға ғүмер бүләк итеүселәр

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество