Килемле ағас эше

Килемле ағас эше https://bash.news/news/87480_kilemle_aas_eshe
04 ғин 2019, 20:57

Учалы ҡалаһында йәшәүсе Хәбибуллиндар хаҡлы ялда ла күңелдәренә ятышлы кәсеп менән шөғөлләнә. Йүнсел ғаилә ағастан төрлө әйберҙәр етештереп һатыу итә. Тауарҙар ассортименты киң.

Программаға теләһә ниндәй һүрәтте ҡуйып баҫтырып сығарырға мөмкин. Хәбибуллиндар башлыса көнкүреш өсөн кәрәкле тауарҙар етештерә. Ни бары 500-ҙән ашыу төр. Тауарҙарҙың һәр береһе үҙенсәлекле. Халыҡ айырыуса башҡорт милли орнаменты төшөрөлгәненә өҫтөнлөк бирә.

Төрлө сувенир продукцияларынан тыш, Хәбибуллиндар алтаҡталар ҙа етештерә. Кәрәк икән тейененән, кәрәк икән йылҡыһын да һынландырырға мөмкин. Барыһы ла заказ биреүсенең теләгенә ҡарап башҡарыла.

Ә халыҡтың зауығын Азат Мөбәрәк улы яҡшы белә. Хәҙер инде тиҫтә йылдан ашыу ул ағас эше менән булыша. Был шөғөлгә уны нефтсе булып эшләгән улы ылыҡтырған.

Азат Хәбибуллин: “Үҙем менән һәр саҡ “Ҡәҙерле өләсәйем” һымағыраҡ накладкалар йөрөтәм. Улар ике йөҙҙән ашыу. Кемгә нимә кәрәк, шунда уҡ кәрәкле яҙыуҙы шкатулкаға йәбештерәм”.

Ағас эше ул ғаиләнең берҙәм хеҙмәт емеше. Йүнселлектә Азат Хәбибуллиндың тормош иптәше Аида Яныбай ҡыҙының да өлөшө ҙур. Һаулығың булғанда зарланып ултырырға түгел, тырышып донъя көтөргә була. Халыҡ өсөн дә отошло, тәбиғи материалдан булған әйберҙәрҙе алып ҡыуаналар, беҙгә ҡулай, яратҡан шөғөлөбөҙ бар, ти улар.

Аида Хәбибуллина: “Һәр береһен айырым эшләргә кәрәк, кемгә күгәрсен менән, кемгә бөркөт менән кәрәк”.

Хәбәрсе. Хәбибуллиндар тик сувенир продукциялары менән генә сикләнергә теләмәй. Ғаилә киләсәктә алға тағы ла ҙурыраҡ тауар етештереү маҡсатын ҡуя. Ә был тормошҡа ашырлыҡ теләк. Сөнки һатып алыусыларҙан ихтыяж бар.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Килемле ағас эше

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд