Бөгөн Башҡортостанда яғыулыҡ ҡиммәтләнде

Бөгөн Башҡортостанда яғыулыҡ ҡиммәтләнде https://bash.news/news/87510_bgn_bashortostanda_yayuly_immtlnde
05 ғин 2019, 20:55

"Башнефть" станцияларында хәҙер 92-се маркалы бензинға хаҡ 65 тингә артҡан, бер литры 40 һум 95 тин тора. 95-се маркалыһы 44 һумға һатыла, дизель яғыулығы өсөн 46 һум 25 тинлек хаҡ ҡуйылған. "Лукойл" станцияларында ла шул уҡ хәл күҙәтелә.

92-се маркалы бензиндың литры хәҙер 41 һум 95 тин тора. 95-се бензин 76 тингә, ә дизель яғыулығы 80 тингә ҡиммәтләнгән. Һуңғы тапҡыр яғыулыҡҡа хаҡтар уҙған йылдың ноябрендә күтәрелгәйне. Бензиндың ҡиммәтләнеүен нефтселәр Яңы йылдан өҫтәмә хаҡҡа һалым арттыуы менән бәйләй.

Иҫегеҙгеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты Владимир Путин былтыр йәй НДС-ты 20 процентҡаса күтәреү тураһында законға ҡул ҡуйғайны. Өҫтәмә алынған аҡсаны Президенттың май указында билдәләнгән бурыстар үтәлешенә йүнәлтеү планлаштырыла.

Бөгөн Башҡортостанда яғыулыҡ ҡиммәтләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа