Юлдарҙа һаҡ булығыҙ

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ https://bash.news/news/87511_yuldara_a_bulyy
05 ғин 2019, 20:56

Көндәрҙең боҙолоуын иҫәпкә алып юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы водителдәрҙе һаҡ булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә республикала ҡар яуып, көслө ел сығыуы күҙәтелә.

Махсус ҡабул ителгән иҫкәртеүҙә билдәләнеүенсә, юлдар ҡар менән ҡапланған, айырым участкаларҙа күреү мөмкинлегенең 500-метрға тиклем сикләнеүе күҙаллана. Ағиҙел күпере аша Өфөгә ингән һәм сыҡҡан урындарҙа транспорт хәрәкәтенең ҡатмарлашыуы көтөлә.

Шуның өсөн дә инспекторҙар автоһәүәҫкәрҙәрҙе кәрәк булмаған осраҡта юлға сыҡмаҫҡа, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтергә һәм маршрутты алдын билдәләргә кәңәш итә.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд