Яңы йыл каникулдары йәмәғәтселекте уяулыҡҡа һынауын дауам итә

Яңы йыл каникулдары йәмәғәтселекте уяулыҡҡа һынауын дауам итә https://bash.news/news/87512_yay_jyl_kanikuldary_jmtselekte_uyaulya_ynauyn_dauam_it
05 ғин 2019, 20:57

Бөгөн төндә Архангел районының Ҡыҙыл Еҙем ауылындағы йорттарҙың береһендә янғын сыға, утты һүндереүгә тиҫтәнән ашыу техника, ҡотҡарыусылар йәлеп ителә. Фажиғә урынында ике ир кешенең мәйете табыла, бер ҡатын тәне бешеп дауаханаға оҙатыла.

Янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, ут сығыуы күп осраҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү һәм спиртлы эсемлектәр ҡулланып уяулыҡты юғалтыу менән бәйле. Шуға күрә байрам көндәрендә рейдтар даими ойошторола.

Өфөнөң Ленин районындағы ятаҡтарҙың береһе, янғын һүндереүселәр ҡаттар буйлап йөрөй, әммә бүләмләрҙең ишеген асыусы юҡ тиерлек. Яңы йыл мәжлестәре бик күңелле үтеүен хаҡында коридорҙағы сүп-сарҙан ғына күҙалларға мөмкин. Өйлөп ятҡан ҡағыҙ ҡаптарға янып китеү өсөн осҡон да етә. Рәзилә Ҡаһарманова күршеләрен бер нисә тапҡыр иҫкәртеп ҡараған, әммә фәтеүә юҡ, ти ул.

Рәзилә Ҡаһарманова, ятаҡта йәшәүсе: “Күбеһенсә йәштәр былай итеп сүп-сарын өйөп китә. Һүҙ әйтеү һөҙөмтәһеҙ. Бер-нисә метр үтеп сүп-сар үткәргесенә йыртҡыслап ташларға ла мөмкин бит, тышҡа сығарырға ла кәрәкмәй. Бәлки телевидение аша үҙҙәрен күреү оят булыр”

Ә бәлә-ҡаза килеп сыҡһа ятаҡтың өҫкө ҡаттарынан сығыу еңел түгел, тар коридарҙар, бәләкәй лифттар, ҡараңғы баҫҡыстар. Шуға инспекторҙар рейд барышнда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында иҫкрәтмәләрҙе лә таратып йөрөй.

Артабан шәхси сектор, Нижегородка биҫтәһенең Дзержинский урамына төшәбеҙ. Боронғо ағас йорттар иң хәүефле урындарҙың береһе, инспекторҙар килгән йорт 1894 йылда уҡ төҙөлгән, ут сыҡһа тоҡанып китеүен көт тә тор. Был тирәлә янғындар йыш ҡына теркәлә. Ишле бала тәрбиәләгән Вычиковтарға ике иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйылған, әммә улар берәүһен батарейкаһы бөткән тип алып ҡуйған.

Нина Вычикова, йортта йәшәүсе: “Если будет пожар, мы его унюхаем”.

Рейд барышында күберәк хәүеф төркөмөнә ингән ғаиләләр тикшерелә, әммә күптәр иҫәптә торһа ла бер урында теркәлеп икенсе ерҙә йәшәй, был өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Оҙайлы байрамдар мәлендә икеләтә уяулыҡ талап ителә, ти инспекторҙар.

Рәзим Йосопов, Өфө ҡалаһының янғын күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторы: “Оҙайлы каникулдар үҙен һиҙҙертә, биш көн эсендә генә Өфөлә 35 янғын теркәлде. Шуға күрә әле көн һайын профилактика рейдтары ойошторабыҙ, 7 төркөм ойошторолған, улар һәр бер район буйлап сыға. Йорттар буйлап йөрөйбөҙ, кешеләрҙе иҫкәртәбеҙ”.

Республика буйынса биш көн эсендә генә йөҙләгән янғын теркәлгән. Уларҙа тиҫтәнән ашыу кешенең ғүмере ҡыйылған, тиҫтәг яҡыны тәне бешеп дауаханаға эләккән. Инспекторҙар уяулыҡты юғалтмаҫҡа, хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә кәңәш итә. Ут бер кемде лә аямай, спиртлы эсемлектәр менән мауығыу төҙәтә алмаҫлыҡ хаталарға килтереүе ихтимал.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Яңы йыл каникулдары йәмәғәтселекте уяулыҡҡа һынауын дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд