Иғтибарһыҙ ҡалған медицина учреждениеһы

Иғтибарһыҙ ҡалған медицина учреждениеһы https://bash.news/news/87513_itibary_alan_medicina_uchrezhdeniey
05 ғин 2019, 21:02

Әбйәлил районы Салауат ауылында урынлашҡан хоспис айырым юридик ойошмаға эйә булмағанлыҡтан бер ниндәй ҙә ярҙам ала алмай. Хатта район үҙәк дауаханаһының балансында булыуы ла килеп тыуған проблемаларҙы хәл итмәй. Ҡасандыр төбәктә һыу баҫыуҙан, ел-дауылдан зыян күргәндән һуң да учреждениела тейешле саралар күрелмәүен белдерә хеҙмәткәрҙәр. Һуңғы өмөттәрен бағлап дауаланырға килгән бер кешене ашатыу ҙа 100 һумға самаланған.

Хоспистың ҡыйығына ремонт талап ителә. Ваҡытында ул яңыртылған. Тик ул проблеманы хәл итмәгән. Ҡыш һыуыҡ көндәрҙә тәҙрәләрҙән ел өрә. Был былай ҙа ҡалтыраған йәнде тағы ла өшөтә, ти дауаланыусылар ҙа.

Рәүиә Маннапова: “Хосписта 4-се тапҡыр ятам. Бер нисек тә хәл үҙгәрмәй. Тәҙрәнән һыуыҡ өрә, яҙғыһын ауырып ҡайттым. Коридоҙа бер генә лампочка яна”.

Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Ишмырҙа Һиҙиәтов республикала ғына түгел, тотош илдә тәүгеләрҙән булып, ауылда хоспис төҙөтөүгә ирешә. Әле ул төбәктә берҙән-бер булараҡ, район дауаханаһының паллиатив ярҙам күрһәтеү бүлеге булараҡ эшләй. Бында Әбйәлил районынан ғына түгел, сит төбәктән килеүселәр ҙә бар. Ләкин...

Хоспис етәкселеге күпме генә инстанцияларға мөрәжәғәт итмәһен, ниндәй генә тупһаларҙы тапауына ҡарамаҫтан эш шул килеш ҡала. Район кимәлендә, дөрөҫөрәге хоспис хеҙмәткәрҙәре ярҙамында ғына эшләп килә.

Хәлиҙә Ғәйфуллина, Әбйәлил үҙәк район дауаханаһының паллиатив бүлеге (И. Һиҙиәтов исемендәге хоспис) мөдире: “Медикаменттарға аҡса яҡшы бүленә. Ашатыуға ғына аҡса етмәй. Был проблема 2014 йылдан башланды. Бер кешегә көнөнә 100 һум бүленә. Был аҡсаға нимә алырға мөмкин? Бында яман шеш менән ауырыуҙар ята, улар ашамай, уларҙы дарыу менән ашатырға кәрәк, тип әйтәләр”.

Ә бығаса ашау хаҡы хатта, 50 һумға ла етмәгән. Бөгөн кеше башына 100 һум. Хоспис - үлем хәлендәге ауырыуҙарҙың һуңғы төйәге, тигән фекер менән медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре бөтөнләй килешмәй. Кешенең йәшәүгә өмөтөн нығытырға, сирҙе ауыҙлыҡлап, уның менән йәшәргә мөмкин булыуын аңлата улар. Хоспис район дауаханаһы балансында тора. Айырым юридик ойошмаға эйә булмағанлыҡтан бер ниндәй ҙә ярҙам ала алмай. Хәйриә көтөп ятырға мәжбүр итә.

Рәфис Маннапов, Әбйәлил үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары: “Паллиатив бүлегендә проблемалар күп. Улар ошо көндәрҙә район депутаттары менән ҡаралды. Быйыл ремонт башлайбыҙ”.

Әлегә ул планлаштырыла ғына. Шулай ҙа хоспистың яңыса тормош башлауына өмөт итергә ҡала. Әйткәндәй, ошо арала учреждение бығаса ҡытлыҡ кисергән тәүге кәрәкле әйберҙәр алыуға иреште. Улар араһында көнкүреш техникалары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа бар.

Ишморат Әминев, Әбйәлил район советы рәйесе: “Был хоспис бөйөк шәхесебеҙ исемен йөрөтә. Ремонт, реконструкция эштәрен эшләрбеҙ. Республикаға ярҙам һорап мөрәжәғәт итербеҙ".

Эште киләһе йыл башынан уҡ хәл итеү бурысын ҡуя халыҡ һайланыусылары. Әле Әбйәлил үҙәк дауаханаһы район советы депутаттары менән бергә республика һаулыҡ һаҡлау министрлығына хат әҙерләй. Айырым юридик ойошма булдырыу маҡсатында.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Иғтибарһыҙ ҡалған медицина учреждениеһы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA