Ауырғазыла яңы ФАП

Ауырғазыла яңы ФАП https://bash.news/news/87515_auyrazyla_yay_fap
05 ғин 2019, 21:07

Ауырғазы районы Кәбәс ауылында капиталь ремонттан һуң заманса йыһазландырылған фельдшер-акушер пункты асылды. Бында төрлө сирҙән интегеүсе ололарға, йөклө ҡатындарға, балаларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар уңайлыҡтар бар. Урындағы халыҡ был ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көтөп алды, сөнки элекке дауалау пункты иҫкереп сафтан сыҡҡан.

Яңы асылған ФАПта ҡәнәғәт пациенттар һаны бихисап. Быға тиклем улар һыуыҡ, иҫке бинала медицина ярҙамын алған. Бәхеткә күрә, бөтәһе лә артта тип уртаҡлаша Кәбәс ауылында йәшәүселәр.

Валентина Петрова, Кәбәс ауылында йәшәүсе: “Элекке ФАП емерелеп бөткән ине. Быныһы һәйбәт”.

Урындағы халыҡ ҡына түгел, хеҙмәткәрҙәрҙең дә кәйефе күтәренке. Уңайлы шарттар эште ҙур ҡыуанысҡа әйләндерә тигән фекерҙә аҡ халатлылар.

Гүзәл Ғәбитова, Ташлыкүл фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире: “30 йыл эсендә эшемде яратып өлгөрҙөм. Бөтә әйбер яңы. Яҡты, матур ФАПта яңы көс менән эшкә тотонорбоҙ”.

Яңы медицина учреждениеһы ете ауылды хеҙмәтләндерә. Бинаға йылы һыу үткәрелгән, халыҡты ҡабул итеү һәм процедуралар үткәреү өсөн айырым кабинеттар булдырылған. Заманса ҡоролмалар хаҡы 900 мең һумдан ашыу.

Нуриә Вәлиева, Талбазы үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары: “Кәбәс ауылы 270 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Шул ваҡытта Ташлыкүл ауылының ФАП-ында ремонт башланды. Бының өсөн 4 миллиондан артыҡ аҡса талап ителде”.

Аҡ халатлылар яңы фельдшер пунктында көнөнә 15-ләп кешене ҡабул итә. Һалҡын осорҙа балалар күпләп сирләгәндә 25-30 пациентҡа ярҙам күрһәтелә. Иң мөһиме медицина учреждениеһына килгәндәр булған сирҙәренә ҡарамаҫтан ФАПтан насар кәйеф менән китмәй, сөнки пациенттарҙы үҙ һөнәрен яратҡан белгестәр ҡабул итә.

Автор: Флорида Ким.

Ауырғазыла яңы ФАП

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество