Экзотик хайуандар Башҡортостан климатына яраҡлаша

Экзотик хайуандар Башҡортостан климатына яраҡлаша https://bash.news/news/87517_ekzotik_xajuandar_bashortostan_klimatyna_yaralasha/?lang=bash
05 ғин 2019, 21:10

Нуриман районындағы "Тыныс яр" туристик хужалығындағы вольерға боландар, страустар алып ҡайтылды. Күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан база 2017 йылда асыла һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнә. Әле бында агротуризм йүнәлешен үҙләштереү бара.

Хужалар бында үҙебеҙҙең тәбиғәт шартарына яраҡлашҡан йәнлек-хайуандарҙы ла, экзотик төрҙәрҙе лә үрсетергә ниәтләй. Улар әйтеүенсә, йылы яҡтарҙан килтерелгәндәр өсөн махсус ҡуралар яһалған, әле улар Башҡортостан һыуыҡтарына бирешергә уйламай. Хужалар килсәктә вольерға маралдар алып ҡайтырға ла ниәтләй.

Азамат Мөхәмәҙиев, туристик хужалыҡ хеҙмәткәре: “2017 йылдың декабрендә асылдыҡ. Туристарға бөтә уңайлыҡтар бар. Экзотик хайуандар ғәҙәттә йылы яҡтарҙа йәшәй, уларға айырым өйҙәр төҙөнөк”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Экзотик хайуандар Башҡортостан климатына яраҡлаша

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста