Бишбүләк районында эшләүсе "Мерчен" сыуаш халыҡ ансамбленә 25 йыл

Бишбүләк районында эшләүсе "Мерчен" сыуаш халыҡ ансамбленә 25 йыл https://bash.news/news/87518_bishblk_rajonynda_eshlse_merchen_syuash_xaly_ansamblen_25_jyl
05 ғин 2019, 21:11

Ижади коллектив ағзалары байрамдарҙа сығыш яһай, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Ә милли кейемдәрҙе боронғо өлгөләргә ҡарап үҙҙәре тегә.

Ҡышҡы оҙон кистәрҙең тынлығын тәңкәләр сыңы боҙа. Бишбүләк районында "Мерчен" сыуаш ансамбленә йөрөүселәр мәҙәниәт йортона репетицияға йыйылды. Ижади коллективта алдағы концерттарға әҙерләнеү менән бер рәттән, милли баш кейемдәрен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.

Людмила Романова, "Мерчен" сыуаш халыҡ ансамбле етәксеһе: “Мин тәүҙә боронғо баш кейемдәрен музейҙағыһына ҡарап өйрәндем. Күберәк күндән яһаныҡ, һуңынан туҡымаға эшләйбеҙ. Таҫтамалдар ҡулланабыҙ. Формаһы буйынса төрлө була. Үҙебеҙгә уңайлап тегеп алабыҙ”.

Ижади төркөм сирек быуат эшләп килә. Юбилейына бәйле республика буйлап һәм ситтә лә концерттар ҡаралған. Ансамбль сыуаш халыҡ йырҙарын өйрәнә, әле репертуар байытыу менән мәшғүл.

Сыуаш милли кейемендә күбеһенсә ҡыҙыл, шулай уҡ йәшел, һары төҫтәр өҫтөнлөк итә. Биҙәктәргә айырым мәғәнә һалына- уларҙа берҙәмлек, татыулыҡ символдары бар.

Ә тәңкәләр, ысынлап та батша заманынан. Уларҙың беҙҙең көндәргә килеп етеүе үҙе бер тарих. Милли кейем өлгөләрендә урын алғансы утты-һыуҙы үткәндәр.

Валентина Петрова, "Мерчен" сыуаш халыҡ ансамбле ағзаһы: “Был минең өләсәйемдең әсәһенән ҡалған һәм быуындан- быуынға тапшырылыпа килә. Элек бындай тәңкәләр байҙарҙа ғына булған. Коллективлаштырыу ваҡытында олатайым тәңкәләрҙе усаҡҡа йәшергән. Эҙләп килгән кешеләр таба алмаған. Өләсәйем һөйләүе буйынса уларҙы һуңынан быймаға ышҡып таҙартып алғандар”.

"Мерчен"- ынйы тигән мәғәнәне аңлата. Бишбүләк районының ғына түгел, республикабыҙҙың күп милләтле халҡының бер ынйыһы булып формалашҡан был ансамбль. Үткәндәрҙе һандыҡҡа бикләмәй, сәхнәгә сығара, йәштәргә өлгө күрһәтә.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бишбүләк районында эшләүсе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна