Салауат районы Тирмән ауылында яңы хоккей майҙансығы асылды

Салауат районы Тирмән ауылында яңы хоккей майҙансығы асылды https://bash.news/news/87519_salauat_rajony_tirmn_auylynda_yay_xokkej_majansyy_asyldy
05 ғин 2019, 21:15

Яңы йылдың тәүге көндәрендә сафҡа ингән объект хоккей үҫешенә булышлыҡ итер тип көтөлә. Ауылдаштарҙың берҙәм көсө менән төҙөлгән хоккей майҙансығын асыу тантанаһында беҙҙең ижади төркөм дә булды.

Тирмән ауылында ҙур ваҡиға. Олоһо-кесеһе ауылдың үҙәк урамына, хоккей майҙансығын асыу тантанаһына саҡырылған. Салауат районы Тирмән ауылында йәшәүсе ир-уҙмандар берләшеп, балаларға төп Яңы йыл бүләге - хоккей майҙансығын файҙаланыуға тапшырҙы. Ошоға тиклем үҫмерҙәр ауыл эргәһендәге йылға һәм күл боҙо өҫтөндә сәкән һуҡһа, бөгөндән мәктәп эргәһендәге махсус майҙансыҡта ярышасаҡ.

Әлегә бер ауылдан ғына өс команда тупланған. Егеттәрҙән ысын хоккейсы яһау өсөн махсус тренер ҙа тәғәйенләнгән. Йомаҙил Хажиморатов был яуаплы эшкә ҡушҡуллап тотонған.

Йомаҙил Хажиморатов, хоккей тренеры: “Егеттәр мине үҙҙәре һайланылар. Үҙемдең дүрт улым бар. Улар ҙа хоккей уйнай. Элек йылғала уйнай торғайныҡ”.

Сарала ҡатнашҡан һәр балаға Ҡыш бабай мул күстәнәстәр әҙерләгән. Ҡыҙҙар, малайҙар уны төрлө һөнәрҙәре, ҡыҙыҡлы сығыштары менән һөйөндөрҙө. Ә район хакимиәтенең спорт бүлеге Тирмән ауылының йәш хоккейсыларына ҡапҡа һәм шайбалар бүләк итте.

Наил Мөхәмәтйәнов, Салауат районы хакимиәтенең спорт бүлеге мөдире: “Тәбрикләп ҡапҡа бүләк иттек. Алдағы йылда форма ла алырға теләйбеҙ”.

Тирмән ауылы ир-уҙамандары ауылдың киләсәге хаҡында даими хәстәрлек күрә. Үҫмерҙәрҙең теләген иҫәпкә алып, йөҙгә яҡын ир-егет берләшеп,мәктәп эргәһендә 60 меңлек хоккей майҙансығын төҙөп ҡуялар.

Илшат Шакиров, ойоштороусы: “Балалар беҙгә мөрәжәғәт итте. Бер кем дә тыныс ҡалманы. Тирмән ауылында тыуған йөҙгә яҡын егеттәр ярҙам итте”.

Киләсәктә хоккей майҙансығын яҡтыртыуҙы, спорт йыһаздарын алыуҙы ла бергәләп, кәңәшләшеп башҡарасаҡтар. Йырсы шағир Сафуан Әлибайҙың тыуған ауылы киләсәктә яңы спорт еңеүҙәре, ҡыҙыҡлы ярыштар үткәреү мәккәһенә лә әүереләсәк.

Салауат районы Тирмән ауылында хоккей майҙансығы ике ай эсендә төҙөлә. Уны төҙөүгә ошо ауылдан сыҡҡан йөҙләгән ир-уҙаман матди ярҙам күрһәткән. Киләсәктә был төбәктән дә үҙ Ғимаевтары һәм Ғәйнуллиндары үҫеп сығыр тип көтөлә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Салауат районы Тирмән ауылында яңы хоккей майҙансығы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд