Бөгөн православ христиандар Раштыуа байрамын билдәләй

Бөгөн православ христиандар Раштыуа байрамын билдәләй https://bash.news/news/87566_bgn_pravoslav_xristiandar_rashtyua_bajramyn_bildlj
07 ғин 2019, 20:30

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы провославие христиандарын Раштыуа байрамы менән тәбрикләне. Рәсми ҡотлау тексы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

"Күп быуаттар дауамында был яҡты байрам кешеләргә ышаныс, өмөт һәм күңел йылылығы өләшә, мәңгелек ҡиммәттәргә әйҙәй. Раштыуа йолалары быуындан быуынға тапшырылып беҙҙең йөрәктәрҙә һөйөү һәм мәрхәмәтлек, татыулыҡ һәм бер-береңә ихтирам тойғоларын уята.

Был күркәм ғаилә байрамын бигерәк тә балалар ярата. Раштыуа мөғжизәгә ышаныс, әкиәт донъяһына әйҙәй, яҡындарҙың бүләктәре сағыу тәьҫораттар ҡалдыра.

Башҡортостанда дуҫлыҡта һәм татыулыҡта беҙҙең төбәккә хас башҡа традицион дин вәкилдәре лә йәшәй. Беҙ республика православие христиандарының йәмғиәттең рухи яңырыуы, халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуға индергән өлөшөн юғары баһалайбыҙ.

Байрам шатлығы барыбыҙға ла яңы көс һәм яҡшы кәйеф өләшһен. Ныҡлы сәләмәтлек, тыныслыҡ, именлек һәм изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем",-тиелә республика етәксеһенең ҡотлауында.

Бөгөн православ христиандар Раштыуа байрамын билдәләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд