Хәүефһеҙлек һағында

Хәүефһеҙлек һағында https://bash.news/news/87568_xefelek_aynda
07 ғин 2019, 20:31

Раштыуа байрамын ҡаршылағанда төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында хоҡуҡ органдары көсәйтелгән тәртиптә эшләне. Республикала 200-гә яҡын объект һаҡ аҫтына алынды. 7 ғинуарға ҡарай төндә 150-нән ашыу ҡорамда һәм сиркәүҙә хәүефһеҙлек тәьмин ителде. Уларға 400 дружиник ярҙамға килде. Эске эштәр министрлығы постары Росгвардия хеҙмәткәрҙәре менән көсәйтелде.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы хеҙмәткәрҙәре бөгөн Туймазы һәм Шишмә райондарында М5 трассаһында рейд үткәрҙе. Тикшереү барышында водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән бер автоһәүәҫкәр тотолдо. Ҡырын төшөрөп алған ир Шишмә районы эске эштәр бүлегенә оҙатылды, уға 15 тәүлеккә иркенән мәхрүм итеү йә 200 сәғәткә холоҡ төҙәтеү эштәре янай.

Байрамдан һуң баш ҡала яғына транспорт ағымы көслө, һәр машина тиерлек туҡтатылды. Күп кенә ҡағиҙә боҙоуҙар урында уҡ төҙәтелде. Автомобилдең алғы тәҙрәһен тонировкалаусылар уны һыҙырып ырғытты.Туймазынан Өфөгә килеүсе ир ОСАГО полисына теркәлмәгән килеш рулгә ултырған. Уның эргәһендә ултырып килеүсе ҡатыны 500 һум күләмендә штраф түләй.

Руслан Зиннәтуллин, Юл патруль хеҙмәте айырым батальонының рота командиры урынбаҫары: “Балалар креслоһының булмауы, хәүефһеҙлек ҡайыштары эләктерелмәүе,телефондан һөйләшеү кеүек юл ҡағиҙәһен боҙоуҙар теркәлде. Хәүефһеҙлек талаптарын үтәү тәү сиратта водитель һәм уның пассажирҙары өсөн кәрәк, юлдағылар шуны онотмаһын ине”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Хәүефһеҙлек һағында

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество