Хәүефһеҙлек - төп маҡсат

Хәүефһеҙлек - төп маҡсат https://bash.news/news/87569_xefelek_tp_masat
07 ғин 2019, 20:32

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре лә профилактик акциялар ойоштороп, халыҡты ябай ҡағиҙәләр хаҡында иҫкәртә. Бөгөн ведомствоның уҡытыу-методик үҙәге педагогтары өфөләрҙе махсус тренажерҙар ярҙамында беренсе ярҙам күрһәтеү ысулдары менән таныштырҙы. Кинотеатрға ял итергә килгән йөҙгә яҡын кеше бәләгә тарыусыға йөрәк-үпкә реанимацияһы эшләргә, артериаль ҡан ағыуҙы туҡтатырға өйрәнде.

Фәнис Нәбиев, Өфөлә йәшәүсе: “Бындай сараларҙы кңберәк мәктәптәрҙә үткәрһендәр. Улар ҡыҙыҡһынып ҡарап торҙо”.

Акция сиктәрендә янғын иҫкәртеү ҡорамалдарын өйгә урынлаштырыуҙың файҙаһы хаҡында ла мәғлүмәт бирелде. Шулай уҡ ведомство белгестәре халыҡты Башҡортостанда сафҡа индерелгән 112 системаһы мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Янғын сыҡһа, торба шартлаһа, газ еҫе булһа - ҡыҫҡа һандар буйынса шылтыратыу ҙа етә, комплекслы ярҙам күрһәтеләсәк.

Тәлғәт Нәғимов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының уҡытыу-методика үҙәге етәксеһе: “Шылтыратыу хәҙер еңел – 112. Ул селтәр тотмаған ерҙә лә эшләй”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Хәүефһеҙлек - төп маҡсат

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа