Хакимиәт хәрби хеҙмәткә саҡыра

Хакимиәт хәрби хеҙмәткә саҡыра https://bash.news/news/87570_xakimit_xrbi_xemtk_sayra
07 ғин 2019, 20:33

Район ҡала хакимиәте башлыҡтарына халыҡты мобилизациялау һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыш комиссияларына етәкселек итеү вәкәләттәре йөкмәтелә. Яңы йылдан был өлкәне көйләүсе федераль законға төҙәтмәләр ғәмәлгә инде.

Дәүләт Думаһына ҡанун башланғысы менән Башҡортостандың дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары сығыш яһағайны. Элек хәрби хеҙмәткә саҡырылыш һәм халыҡты мобилизациялау эше муниципаль берәмектәр советы рәйестәре иңендә булды. Мәсьәләрҙе оператив рәүештә хәл итеү өсөн уларға власть вәкәләттәре лә етмәне.

Ғәмәлгә ингән төҙәтмәләр буйынса мобилизация һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыу туранан-тура район һәм ҡалалар менән идара итеүселәр йәғни хакимиәт башлыҡтарының төп вазифаларының береһе буласаҡ.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Хакимиәт хәрби хеҙмәткә саҡыра

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество