Өфөнөң Совет районында өр-яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

Өфөнөң Совет районында өр-яңы балалар баҡсаһы төҙөлә https://bash.news/news/87573_fn_sovet_rajonynda_ryay_balalar_basay_tl/?lang=bash
07 ғин 2019, 20:35

2013 йылда авария хәлендә тип танылған ике корпус урынына яңыһы төҙөлә. Әлеге ваҡытта иҫке бинаны емереү эштәре бара, бер аҙнанан эшсе төркөм балалар баҡсаһына нигеҙ һалыу эштәренә тотонмаҡсы.

Яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө республиканың адреслы инвестиция программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. 240 урынлыҡ социаль объект бер йылдан файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә.

Автор: Фәниә Юланова.

Өфөнөң Совет районында өр-яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста