Менингиттан һәләк булған ҡыҙҙың синыфташтарында диагноз раҫланманы

Менингиттан һәләк булған ҡыҙҙың синыфташтарында диагноз раҫланманы https://bash.news/news/87575_meningittan_lk_bulan_yy_sinyftashtarynda_diagnoz_ralanmany
07 ғин 2019, 20:37

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ ғинуарҙың тәүге көндәрендә Яңауыл үҙәк район дауаханаһында менингокок инфекцияһынан 8 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Уның менән бәйләнештә булған балалар дауаханаға һалынғайны.

7 мәктәп уҡыусыһының менингокок инфекцияһын йоҡтороу ихтималлығы тикшерелде, табиптар шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре һөм яҡындарын да контролгә алды. Алынған анализ һөҙөмтәһендә диагноз раҫланманы.

Светлана Ҡусҡарбәкова, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат бүлеге етәксеһе: “Менингококк инфекцияһына шикләнеп дауаханаға һалынған балалар сығарылды. Диагноз раҫланманы. Шулай ҙа яҡын мөнәсәбәттә булғандар 10 ғинуарға тиклем амбулатор күҙәтеүҙә ҡала. Табиптар уларҙың хәлдәрен өйҙәренә барып таныша”.

Менингиттан һәләк булған ҡыҙҙың синыфташтарында диагноз раҫланманы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа