Хуш бул, остаз!

Хуш бул, остаз! https://bash.news/news/87576_xush_bul_ostaz
07 ғин 2019, 20:38

Бөгөн республика йәмәғәтселеге танылған хирург, күренекле ғалим, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдиновты һуңғы юлға оҙатты. Мәрхүм менән хушлашыу Мәләүез районы Томансы ауылында ойошторолдо.

Ғәҙел, талапсан,эшлекле булмышы менән Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов күренекле табип, оҫта ойоштороусы, иманлы хажи, һәләтле ил ағаһы... Томансы ауылының ғына улы түгел, ә тотош Рәсәй өсөн киң ҡарашлы, олпат аҡһаҡал ине.

Вил Тимербулатов, Медицина фәндәре докторы, профессор: “Медицина университетын яңы кимәлгә күтәрҙе. Бөгөнгө күп профессорҙар уның уҡыусыһы”.

Ректор булып эшләү дәүерендә яңы факультеттар аса, етенсе корпус, ике ятаҡ төҙөлә, профессорҙар һәм уҡытыусылар төркөмө күҙгә күренеп йәшәрә һәм улар һөҙөмтәлерәк эшләй башлай.

Фәнил Күзбәков, Филология фәндәре докторы, профессор: “Китаптар яҙып ҡалдырҙы, уҡыусыларын ҡалдырҙы. Улар киләсәктә лә халыҡҡа хеҙмәт итәсәк”.

Әмир Солтангәрәев, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы: “Кадрҙар мәсьәләһен хәл итте. Доктор, кандидаттар ғына үҫтермәне, табиптар уҡытты”.

Депутат булараҡ медицина һәм ирҙәр һаулығын һаҡлау, тәмәкегә ҡаршы етди закондар ҡабул итеүҙә тәҡдимдәр индерә. Диндар ир-уҙаман булараҡ тыуған ауылында мәсет төҙөп ҡалдырған. Тирә -яҡта ул медицина ярҙамы күрһәтмәгән бер кеше лә ҡалмаған.

Профессор,ғилем эйәһе, хөрмәтле аҡһаҡал тормош хәтирәләрен ташҡа баҫтырған. Унда иртә таңдан ут артынан йүгереүсе үҫмер булмышы, күҙәтеүҙәре, табип практикаһында үткән мәлдәре сағылдырылған. Тасуири әҙәби тел, халыҡсан яҙылған хикәйәләр беҙҙе тормоштоң ҡәҙерен белергә, миһырбанлы булырға, тормошто өндәй. Ауылдаштарынан иртә менән ҡуҙ алырға йүгергән үҫмер, һуңғы һулышынаса халыҡҡа йөрәк ҡуҙын таратты. Профессор, медицина фәндәре докторы Венер Ғәзизйән улы Сәхәүетдинов ата-бабалары төйәгендә Мәләүез районы Томансы ауылында ерләнде.

Автор: Гүзәл Борханова.

Хуш бул, остаз!

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа