Өфөлә оло йәштәгеләргә ярҙам телефоны эшләй башланы

Өфөлә оло йәштәгеләргә ярҙам телефоны эшләй башланы https://bash.news/news/87577_fl_olo_jshtgelrg_yaram_telefony_eshlj_bashlany
07 ғин 2019, 20:39

Проектты ғәмәлгә ашырыуға Рәсәй Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә бүленгән грант аҡсалары файҙаланылған. Маҡсат – хаҡлы ялдағыларҙың мәсьәләләрен хәл итеү, яңғыҙҙарға аралашыу даирәһе булдырыу.

Өфөнөң Октябрь районы "Бәхет" социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә оло йәштәгеләр хәҙер йыш шылтырата. Хәлдәрен һөйләүселәр, ярҙам һораусылар байтаҡ. Әммә күптәр бары тик аралашыу өсөн телефон һандарын йыя. Ҡала шарттарында хаҡлы ялдағылар йыш ҡына бер үҙҙәре көн итә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа яңғыҙ ҡалыусылар хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыу кеүек аҙымдарға ла бара. Оло йәштәгеләргә ярҙам телефоны ла тап суицидтарҙы иҫкәртеү маҡсатында 2018 йылда асыла.

Айгөл Насирова, Өфөнөң Октябрь районы "Бәхет" комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе: “Беҙгә пенсионерҙар, оло йәштәгеләр шылтырата ала. Кәңәш, ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Хатта аралашып, һөйләшеп алыу өсөн дә ошо телефон һандарын йыйырға мөмкин. Өйҙә социаль хеҙмәткәр талап ителһә лә ошо уҡ телефонға шылтыраталар хәҙер”.

Телефон аша һөйләшеү менән генә сикләнеп ҡалмай үҙәк хеҙмәткәрҙәре. Ярты йыл социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә хаҡлы ялдағы замандаштарыбыҙ өсөн француз теле түңәрәге эшләй. Өйҙә яңғыҙ ултырғансы тиҫтерҙәрең менән сит телдә булһа ла аралашыу үҙе бер ғүмер, ти Нәүилә Бикмаева. Француз телен ул Парижға сәфәр ҡылыу маҡсатында өйрәнә.

Нәүилә Бикмаева, Француз телен өйрәнеүсе: “2005 йылдан хаҡлы ялдамын. Ейәндәрем үҫте, шуға бушаным. Француз телен өйрәнеп, илде барып күргем килә”.

Социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә оло йәштәгеләр шулай уҡ Цигун гимнастикаһы менән дә шөғөлләнә. Ябай ғына хәрәкәттәр сәләмәтлек нигеҙе булыуға ышана улар.

Луиза Байбурина, Цигун гимнастикаһы тренеры: “Өйҙә ултырыу – бөттөң, тигән һүҙ. Энергия менән ғүмеребеҙҙе оҙонайтырға тырышабыҙ”.

Технологиялар алға киткән һайын яңғыҙлыҡ кешелекте борсоған төп проблемаларҙың береһенә әйләнә бара. Һөҙөмтә булараҡ, хатта тормош тәжрибәһе туплап өлгөргән оло йәштәгеләр араһында ла суицид күренештәренең артыуы күҙәтелә. Мәсьәләне хәл итеүҙең берҙән-бер юлы тере аралашыу. Кешене яңғыҙлыҡ тотҡононан ҡотҡарыу ти үҙәк хеҙмәткәрҙәре.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Өфөлә оло йәштәгеләргә ярҙам телефоны эшләй башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа