Ауырғазы районында мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы китап менән дауалайҙар

Ауырғазы районында мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы китап менән дауалайҙар https://bash.news/news/87578_auyrazy_rajonynda_mmkinlektre_siklngn_balalary_kitap_menn_daualajar
07 ғин 2019, 20:40

Уҡыу төрлө уйындар һәм ижади түңәрәктәр уҙғарыла. Китапхана хеҙмәткәрҙәре уны ил кимәлендәге конкурста еңеп сығып алған грант аҡсаһына ойоштора. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Мәрйәм менән Мөхәмәт ҡағыҙҙан ҡар бөртөктәре яһарға өйрәнә. Бер туған балаларҙың икеһендә лә аутизм. Тирә- яҡтағы кешеләргә, ваҡиғаларға битарафлыҡ, ҡырағайлыҡ уларҙа тыумыштан, ти әсәһе. Ауырғазы районының Талбазы ауылындағы китапханаға улар Солтанморат ауылынан йөрөй.

Фәнүзә Заманова: “Был үҙәк тураһында йәйгеһен белдем. Балаларға йәмғиәткә өйрәнергә кәрәк. Мәктәпкә бигүк йөрөй алмайҙар”.

Талбазы балалар китапханаһында мөмкинлектәре сикләнгән балаларға китап терапияһы мөйөшө грант иҫәбенә булдырылған. 2017 йылда китапхана хеҙмәткәрҙәре "Мәҙәни мозаика" Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып 500 мең һум отҡан. Был аҡсаға йыһаздар һатып алынған. Кәрәкле техника, китаптар- сабыйҙарҙы уҡыуға ҡыҙыҡтыра. Яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәрелә. Шағир Вәрис Аҡбашев йыйынтыҡтарын бүләк итте.

Үҙәктең үҙ ҡурсаҡ театры ла бар. Балаларҙа моториканы һәм фекерләү ҡеүәһен, аралашыуын үҫтереүҙә был алымды ҡулланыу үҙ һөҙөмтәһен бирә, ти ойоштороусылар.

Бында райондан ике йөҙгә яҡын бала шөғөлләнә. Уларҙы тәрбиәләүҙә ирекмәндәр ҙә ҡатнаша. Тейешле иғтибар сабыйҙарҙың үҫешендәге сиктәрҙе алып ташларға ярҙам итә.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Ауырғазы районында мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы китап менән дауалайҙар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA