Улар башҡалар ял итһен өсөн эшләй

Улар башҡалар ял итһен өсөн эшләй https://bash.news/news/87610_ular_bashalar_yal_iten_sn_eshlj
08 ғин 2019, 21:18

Ҡар көрәүселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар... Был исемлеккә ингән һөнәр эйәләрен бик оҙаҡ һанарға мөмкин. Яңы йыл төнөн байрам табыны артында түгел, хеҙмәт урынында ҡаршы алыусылар, тыныс йәшәү шарттары тыуҙырырға ярҙам итеүселәр турһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Ул тегеү машинаһын көрәккә алыштырған. Текелдәп кейем тегеп ултырған Лира Наил ҡыҙы бишенсе йыл ирҙәр менән бер рәттән ҡар көрәй. Ул республиканың иң яҡшы урам һепереүсеһе исеменә лайыҡ булған. Бер үҙе өс кеше өсөн эшләй. Сөнки Киров районынынң 62-се торлаҡ идаралығында 340 урам һепереүсе урынына 132 кеше ҡала урамдарын тәртиптә тота.

Лира Ғәлишина, Өфөнөң Киров районы 62-се торлаҡ хужалығы идаралығы хеҙмәткәре: “Кешеләргә йөрөргә кәрәк бит, көн дә таҙартып торҙоҡ. Уларға ла яҡшы, беҙгә лә. Фитнес булды беҙгә”.

Эш иртәнге биштә үк башлана. Был хеҙмәттәгеләргә каникул, байрам төшөнсәһе лә юҡ.

Рәшит Шәрипов, Өфөнөң Киров районы 62-се торлаҡ хужалығы идаралығы бүлеге етәксеһе: “Байрамда көн һайын 23 техника ҡар көрәргә сыҡты. Урам йыйыштырыусылар таңғы алтынан эшләне”.

15 йәшлек Артур ҙа каникулда ял итеп өлгөрмәгән. Шорт трек буйынса зона ярыштары еңеүсеһен һырғалаҡтан тура дауахана койкаһына илткәндәр. Егетте бергә шыуған тиҫтерҙәре яңылыш йәрәхәтләгән. Баш ҡаланың 17-се балалар дауаханаһының ишектәре тәүлек әйләнәһенә ябылмай. Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары ваҡытында бында сәләмәтлегенә зарланған 570 бала ҡабул ителгән. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, бер сама.

Рауил Ғәфүров, Өфөнөң 17-се ҡала балалар дауаханаһы баш табибы урынбаҫары: “Ҡышҡы уйындар ваҡытында йәрәхәтләнеп килеүселәр күп, шулай уҡ йыш ҡына сабыйҙарҙың байрам табынынан һуң ашҡаҙаны ауырта, шундай мөрәжәғәттәр ҙә байтаҡ”.

Янғын һүндереүселәр өсөн дә ғинуар башы ҡыҙыу мәл. 22-се янғынға ҡаршы отряд бүлеге хеҙмәткәрҙәрен һигеҙ көн эсендә 213 тапҡыр саҡыртҡандар. Етмештән ашыу кешенең ғүмере һәм матди байлығы һаҡлап ҡалынған. Янғын тип ялған саҡырыуҙар ҙа илленән ашып киткән

112 хеҙмәтенә ашығыс медицина ярҙамы, полиция, торлаҡ-коммуналь һорауҙары менән шылтыраталар. 15 оператор тәүлегенә алты мең тирәһе кеше менән һөйләшеп, электрон карта тултырып, уны тейешле ҡала-районға ебәреп өлгөрә. Баш ҡалалағы был Берҙәм хеҙмәт үҙәге былтыр йәйҙән алып эш башланы. Шылтыратыуҙар минут һайын.

Рәфис Мөхәмәтйәнов, "Хәүефһеҙ төбәк" үҙәге етәксеһе: “30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем 112 телефон һаны буйынса 60 мең 667 тапҡыр “Ашығыс ярҙам”ды саҡырғандар”.

Әлбиттә, был әле ял итмәүселәрҙең бер өлөшө генә. Байрамдар тыныс шарттарҙа үтһен өсөн көс һалыусылар даирәһе киң. Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, Магнитогорскиҙағы шартлауҙан һуң газ хеҙмәткәрҙәренә борсолоу белдереп шылтыратыу илле процентҡа артҡан.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Улар башҡалар ял итһен өсөн эшләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа