Борай районында социаль объекттар өсөн ете ҡаҙанлыҡ төҙөлә

Борай районында социаль объекттар өсөн ете ҡаҙанлыҡ төҙөлә https://bash.news/news/87611_boraj_rajonynda_social_obekttar_sn_ete_aanly_tl/?lang=bash
08 ғин 2019, 21:20

Улар мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларын йылылыҡ менән тәьмин итәсәк. Белгестәр билдәләүенсә, был иҡтисади яҡтан да отошло күренеш.

Төбәктә шулай уҡ 21 саҡрым арауыҡта газ торбалары һуҙыла. Йөҙҙән ашыу милексе йорттарына зәңгәр яғыулыҡ үткәрә. Бәхетле исемлектә Баҡалы ауылынан Клара Лотфуллина ла бар.

Клара Лотфуллина, Баҡалы ауылында йәшәүсе: “Утын артынан йөрөмәйбеҙ. Рәхәтләнеп йәшәйбеҙ”.

Газ селтәре төпкөл ауылдарға ун йыл элек һуҙыла башлай, әммә аҡса етмәү сәбәпле, эш тотҡарлана. Кәшкәләү ауылынан Фоат Шәйәхмәтов та йортҡа зәңгәр яғыулыҡ үткәрелеүен ҡыуанып ҡабул итә. Районда ауыл хужалығы үҫешенә тос өлөш индергән уҙаман билдәләүенсә, хәҙер өй мәшәҡәттәре кәмегән.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Борай районында социаль объекттар өсөн ете ҡаҙанлыҡ төҙөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста