Өфөлә үткән мода көнөндә йәш әсәләр подиумға балалары менән бергә сыҡты

Өфөлә үткән мода көнөндә йәш әсәләр подиумға балалары менән бергә сыҡты https://bash.news/news/87614_fl_tkn_moda_knnd_jsh_slr_podiuma_balalary_menn_berg_syty
08 ғин 2019, 21:22

Гүзәл заттар араһында төрлө һөнәр эйәләре — депутаттар, журналистар, рәссамдар, эшҡыуарҙар, артистар. Бер майҙанда йыйылып, улар әсәлек матурлығын күрһәтте. Шулай уҡ сара сиктәрендә халыҡ иғтибарына билдәле дизайнерҙарҙың коллекциялары тәҡдим ителде.

Эльмира Саматова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: “Актрисса булараҡ матур кейемдәр кейгәнем бар. Ә күпселек ҡатындар уны туйҙа ғына кейә. Бындай конкурстар бик кәрәк”.

Таңсулпан Ильясова, сараны ойоштороусы: “Мәскәүҙә был йүнәлеш бик популяр. Уны Башҡортостанда үҫтерергә уйлайбыҙ”.

Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға арналған проект сиктәрендә мәрхәмәтлек акцияһы ла ойошторолдо. Хәйриә фонды менән берлектә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ижади дәрестәр ойоштороу өсөн кәрәк-яраҡтар йыйылды. Әйткәндәй, мода күрһәтеүҙә күп балалы ғаиләләр ҙә ҡатнашты. Дәүләкәндән Гөлназ Ҡорманаева туғыҙ бала әсәһе булыуға ҡарамаҫтан, төбәктә әүҙем йәмәғәт эше лә алып бара.

Гөлназ Ҡорманаева, туғыҙ бала әсәһе: “Мин “Супер мама” конкурсында 1-се урын алдым. Әсәләр күберәк актив тормош алып барһын, был бик ҡыҙыҡ”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә үткән мода көнөндә йәш әсәләр подиумға балалары менән бергә сыҡты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд