Башҡортостан 100 йыллыҡ юбилейына әҙерләнә

Башҡортостан 100 йыллыҡ юбилейына әҙерләнә https://bash.news/news/87615_bashortostan_100_jylly_yubilejyna_erln
08 ғин 2019, 21:24

Тарихи дата айҡанлы республикала йөҙҙән ашыу социаль объект төҙөлә, мәҙәни үҙәктәр асыла, тантаналы саралар үткәреү күҙаллана. Тыуған илдең ҙур байрамы шағирҙар, музыканттар, рәссамдар өсөн дә илһам сығанағы булып тора.

Билдәле композитор Юрий Шитов төбәктең бер быуатлыҡ юбилейына бағышлап "Башҡортостан" йырын яҙған. Тиҙҙән ул ижад емешен тамашасы иғтибарына тәҡдим итергә йыйына.

Юрий Шитов, композитор: “Моң, илһам үҙенән үҙе килә - быны һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел. Бигерәк тә башҡорт йырҙарын һәм көйҙәрен тыңларға яратам. Ижадта ла тәүҙә көй, аҙаҡ һүҙҙәре башыма килә”.

Композитор йырҙарҙын тормош иптәше йырсы Карина Исхаҡова менән ижад итә. Ҡулға ҡул тотоношоп улар ике ҡыҙ үҫтерә, музыка мәктәптәрендә балалар уҡыта.

Карина Исхаҡова, йырсы: “Ул һәләтле композитор булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ минең менән кәңәшләшеп эшләй. Мин уға бар яҡлап ярҙам итергә тырышам. Беҙ яҡын кешеләр ҙә, фекерҙәштәр ҙә”.

Автор: Флорида Ким.

Башҡортостан 100 йыллыҡ юбилейына әҙерләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд