Бөтә донъя фольклориадаһына балсыҡтан әүәләнгән башҡорт тирмәһе

Бөтә донъя фольклориадаһына балсыҡтан әүәләнгән башҡорт тирмәһе https://bash.news/news/87616_bt_donya_folkloriadayna_balsytan_lngn_bashort_tirme
08 ғин 2019, 21:25

2020 йылда Башҡортостан ҡабул итәсәк күркәм сараға әҙерлек дауам итә. Ауырғазы районы үҙәгендә тиҫтә йылдан ашыу уңышлы эшләп килгән художестволы керамика оҫтаханаһы үҙенсәлекле әйберҙәр тәҡдим итмәксе. Ул башлыса аҫаба халыҡтың көнитмешенә арнала, араларында башҡорт орнаменты менән байытылған тирмәләр ҙә бар.

Балсыҡтан тирмәләрҙе әүәләү артта ҡалды. Хәҙер иң яуаплыһы тауар йөҙөн булдырыу зарур. Уҡыусы ҡыҙҙар тирмәләргә махсус ҡоралдар ярҙамында башҡорт орнаменттарын һынландыра. Яңылышмаҫ өсөн шпаргалка ла бар. Яңылышырға ярамай. Һәр деталь уйланырға тейеш.

Эльвина Мөлөкова, оҫтаханала шөғөлләнеүсе: “Тирмәләрҙе һынландырыуҙан бигерәк, орнамент төшөрөү үҙе бер ҡыҙыҡ шөғөл. Бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ. Яңылыштың икән, төҙәтергә мөмкин”.

Балсыҡты еңел генә әүәләп булмай. Шуға ла тәүҙә уҡыусылар ҡағыҙға төшөрә, һуңынан пластиллин менән эшләргә өйрәнә. Артабан, гипс ярҙамға килә. Уның формаһына ҡарап тирмә әүәләнә. Балсыҡтың да үҙ үҙенсәлеге бар. Йәйғорҙай улар ҙа төрлө төҫтә. Әүәләүгә тура килгәне, килмәгәне лә бар. Эшкәрткәндән һуң, ул ҡәҙимгеһенән икенсеһе төҫкә әйләнә.

Ҙур сабырлыҡ һәм түҙемлек менән теләгән әйберҙе һынландырғандан һуң, уны киптереү ҙә мөһим. Шулай уҡ сабырлыҡ талап ителә. Асыҡ урынға ултырмаҫҡа кәрәк. Сөнки әйберҙең ҡатыуы, һуңынан ярылыуы ла ихтимал. Эш бөтөнләй бушҡа китмәһен өсөн шыптырға кейҙереп деталдәрен алмашлап киптереү мөһим.

Башлыса уҡыусы балалар йөрөгән оҫтахананың уңыштары етерлек. Улар район, республика кимәлендә төрлө дәрәжәләге диплом, маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. Уның ҡарауы, заказдар ҙа бар.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Бөтә донъя фольклориадаһына балсыҡтан әүәләнгән башҡорт тирмәһе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд