Бейеүсе айыу

Бейеүсе айыу https://bash.news/news/87617_bejese_ajyu
08 ғин 2019, 21:26

Белорет районы Абҙаҡ зоопаркында аҫыралған Һороҡай ҡушаматлы айыу — тамашасыларҙың яратҡан хайуаны. Билдәле тайыштабан ҙурайһа ла бейеүгә һәләтен онотмай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике йыл элек уны бесәнлектә һунарсы табып үҙ ихатаһында үҫтергәйне.

Йыл ярым элек Абҙаҡ зоопаркына тапшырылған Һороҡай, сит кешеләр иғтибарына өйрәнеп бөткән. Бәләкәйҙән "бейеүсе айыу" булараҡ популярлыҡ яулаған тайыштабан әле лә күңел асырға ярата. Әммә ҡыш еткәс иртәрәк йоҡларға ята - төштән һуң сәғәт дүрттәр тирәһендә Һороҡай күҙҙәрен йома.

Зоопарк хеҙмәткәрҙәре Һороҡай башҡа айыуҙарға ҡарағанда, холҡо менән айырылып тора.

Тайыштабан ике йыл элек бесәнлектә табыла, эргәһендә инәһе булмай. Яраланған айыу балаһын һунарсы Рәшит Ҡунаҡбаев өйөнә алып ҡайтып дауалай. Һороҡай бер-ике йыл эсендә ҡулға эйәләшә, хатта, ҡыр эштәрендә лә булыша башлай.

Ҡунаҡбаевтар тайыштабанды ныҡ яратһалар ҙа, ҡырағай рәсми вольерҙа йәшәргә тейеш тигән ҡарарға килә. Әле бик һағынып киткәндә, барып Һороҡайҙың хәлен беләләр, сөнки Абҙаҡ зоопаркына юл яҡын.

Автор: Флорида Ким, Фәниә Юланова.

Бейеүсе айыу

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Банер уфимская волна