Өфөлә 10 ғинуарҙа вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

Өфөлә 10 ғинуарҙа вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк https://bash.news/news/87646_fl_10_inuara_vakansiyalar_jrminke_tsk
09 ғин 2019, 14:17

Башҡалала 10 ғинуарҙа хеҙмәт урындары йәрминкәһе үтә. Администратор, водитель, инженер, кондуктор, контролер,шәфкәт туташы,уҡытыусы, һатыусы һәм башҡа эшсе һөнәрҙәр тәҡдим ителәсәк. Был хаҡта Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге хәбәр итә.

Өфөлә 10 ғинуарҙа вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк
Өфөлә 10 ғинуарҙа вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

Сарала ҡатнашыусыларға мәшғүллек өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәре тәҡдим ителәсәк. Теләгәндәргә компьютер диагностикаһын үтеү мөмкинлеге буласаҡ. Шулай уҡ, эш эҙләүселәр хоҡуҡи һорауҙар буйынса кәңәш аласаҡ.

Йәрминкә Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса уҙа. Сара 10-12 сәғәттәрҙә үтә. Бар хеҙмәттәр бушлай күрһәтеләсәк.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество