Рәсәйҙә ОСАГО-ның яңы тарифтары үҙ көсөнә инде

Рәсәйҙә ОСАГО-ның яңы тарифтары үҙ көсөнә инде https://bash.news/news/87650_rsj_osagony_yay_tariftary_ksn_inde/?lang=bash
09 ғин 2019, 12:20

Рәсәйҙә бөгөнгө көндән ОСАГО полисының яңы тарифтары үҙ көсөнә инде. Физик шәхестәр өсөн еңел автомобиль өсөн база тариф ставкаһы 2746-4942 һум тәшкил итәсәк.

Рәсәйҙә ОСАГО-ның яңы тарифтары үҙ көсөнә инде
Рәсәйҙә ОСАГО-ның яңы тарифтары үҙ көсөнә инде

Бынан тыш, мотоцикл һәм мотороллер хужалары өсөн хаҡтар түбәнәйҙе. Страховкалау күләме 694–1047 һум тәшкил итә, шулай уҡ, хаҡ юридик шәхестәргә еңел автомобилдәр өсөн 5,7%-ҡа, 2058–2911 һумға тиклем кәмене.

Водителдәрҙе йәш һәм тәжрибә кимәле буйынса 58 категорияға бүләсәктәр. Быға тиклем бары тик дүрт категория ғына була. Шулай итеп, тәжрибәле водителдәр өсөн хаҡ түбәнәйәсәк, ә руль артына яңы ултырыусылар юғары хаҡ түләйәсәк.

Спутник FM
Новости партнеров
Афиши территория роста