Ырымбур өлкәһендә 18 вагон рельстан төшкән

Ырымбур өлкәһендә 18 вагон рельстан төшкән https://bash.news/news/87654_yrymbur_lkend_18_vagon_relstan_tshkn
09 ғин 2019, 12:49

Шаршамбы, туғыҙынсы ғинуарҙа, Ырымбур өлкәһенең Абдулла ҡала округында тауар поезды ҡатнашлығында авария теркәлә. Иртәнге сәғәт туғыҙҙа Абдулла тимер юлы станцияһының 1360 саҡрымында рельстан 18 вагон төшөп китә.

Ырымбур өлкәһендә 18 вагон рельстан төшкән
Ырымбур өлкәһендә 18 вагон рельстан төшкән

Ваҡиға һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ. Был хаҡта Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһе буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

Билдәләргә кәрәк, ваҡиға сәбәпле, Өфө-Саратов, Нижневартовск-Пенза, Иркутск-Кисловодск йүнәлешендәге пассажирҙар поездары тотҡарланыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта осраҡ сәбәптәре асыҡлана.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд