Башҡортостанда Яңы йыл каникулдары осоронда юл-транспорт ваҡиғаһында туғыҙ кеше һәләк була

Башҡортостанда Яңы йыл каникулдары осоронда юл-транспорт ваҡиғаһында туғыҙ кеше һәләк була https://bash.news/news/87661_bashortostanda_yay_jyl_kanikuldary_osoronda_yultransport_vaiaynda_tuy_keshe_lk_bula
09 ғин 2019, 16:08

Республика биләмәһендә байрам осоронда алтмыш авария теркәлә. Уларҙа туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлә. 88 кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала.

Башҡортостанда Яңы йыл каникулдары осоронда юл-транспорт ваҡиғаһында туғыҙ кеше һәләк була
Башҡортостанда Яңы йыл каникулдары осоронда юл-транспорт ваҡиғаһында туғыҙ кеше һәләк була

Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, аварияларҙы, башлыса, транспорттар бәрелеше тәшкил итә. Ошо осорҙа ун дүрт йәйәүле тапала.

Яңы йыл каникулдары осоронда 16 870 тапҡыр юл хәрәкәте ҡағиҙәлерен боҙоу осрағы теркәлә. Иҫерек килеш руль артына ултырған 415 водитель асыҡлана. Урында йәшәүселәрҙе иғтибарлы булырға һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыралар.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа