Рәсәйҙә бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы артасаҡ

Рәсәйҙә бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы артасаҡ https://bash.news/news/87667_rsj_byudzhet_lkend_eshlselre_xemt_xay_artasa
09 ғин 2019, 17:46

2019 йылда бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы артасаҡ. Был Президенттың 2012 йылғы "май" указына инеүселәргә лә, инмәүселәргә ҡағыла. Был хаҡта Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин хәбәр итте. Топилин һүҙҙәренсә, ағымдағы йылдың беренсе октябренән бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы 4,3 процентҡа индексацияланасаҡ.

Рәсәйҙә бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы артасаҡ
Рәсәйҙә бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы артасаҡ

Хеҙмәт министрлығы башлығы билдәләүенсә, яңы йылда төбәктәр федераль ҡаҙнаһынан өҫтәлмә рәүештә йөҙ миллиард һум күләмендә аҡса аласаҡ. Төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы күпмегә артасаҡ, төбәк властаре был категория хеҙмәткәрҙәренә ошо уҡ күләмдә эш хаҡын күтәрергә тейеш буласаҡ.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа