Алдағы ике көндә республикала сатлама һыуыҡтар көтөлә

Алдағы ике көндә республикала сатлама һыуыҡтар көтөлә https://bash.news/news/87681_alday_ike_knd_respublikala_satlama_yuytar_ktl
09 ғин 2019, 21:32

Был хаҡта Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итәләр. Һауа температураһы төндә 28 градусҡаса түбәнәйеүе ихтимал. Көндөҙ 10-15, көнсығыш райондарҙа 20 градус тирәһе һалҡын буласаҡ.

12 ғинуарҙа урыны менән ҡар яуыуы, һепертмә буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы күҙаллана.

Гөлназ Заһитова, Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенең бүлек етәксеһе: “Елдең тиҙлеге секундына 10-15 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә, еңелсә боҙлауыҡ күҙәтеләсәк. Ә 12 ғинуарҙа һауа температураһы күтәрелеүе, урыны менән 3-8 градусҡаса йылытыуы ихтимал”.

Автор: Фәниә Юланова.

Алдағы ике көндә республикала сатлама һыуыҡтар көтөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA