Борай районында биологик таҙартыу ҡоролмалары асылды

Борай районында биологик таҙартыу ҡоролмалары асылды https://bash.news/news/87682_boraj_rajonynda_biologik_taartyu_orolmalary_asyldy

Объект төҙөлөшө 2016 йылдың майында башланғайны. Быға тиклем район үҙәгендә үҙәкләштерелгән канализация булмай. Шыйыҡ ҡалдыҡтар ассенизатор машиналары ярҙамында билдәләнгән участкаға оҙатылған.

Таҙартыу ҡоролмаларының файҙаланыуға тапшырылыуы урында экологик хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, һыуҙың бысраныу коэффициенты хәүефһеҙ кимәлгә тиклем еткерелә. Артабан ул йылғаға ебәрелә.

Рикес Ғәлләметдинов, Борай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Бөгөн ҡабул итә башланыҡ. Ҡалдыҡтарҙы таҙартып йылғаға сығарабыҙ. Был бик кәрәкле проект. Тәбиғәтте һаҡларға кәрәк”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Борай районында биологик таҙартыу ҡоролмалары асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна