Рәсәйҙә ОСАГО тарифтарына үҙгәрештәр индерелде

Рәсәйҙә ОСАГО тарифтарына үҙгәрештәр индерелде https://bash.news/news/87684_rsj_osago_tariftaryna_greshtr_inderelde
09 ғин 2019, 21:35

Уға ярашлы, тариф коридоры 20 процентҡа төштө һәм күтәрелде. Йәғни, стажы ҙур булған тәжрибәле водителдәр полис өсөн аҙыраҡ түләй башлай. Ә бына аварияларға йыш эләгеүселәрҙең киреһенсә сығымдары арта. ОСАГО-ға бәйле яңылыҡтар хаҡында беҙҙең сайтта.

Денис Бәширов яңы автомобиль һатып алып, быйыл тәүгеләрҙән булып ОСАГО полисы рәсмилләштерә. 14 йыл стажы булған автоһәүәҫкәр быға тиклем биш машина алмаштыра, аварияларға эләккәне булмаған. "Тиҙлекте арттырмай, барлыҡ юл ҡағиҙәләрен үтәгәндә - үҙеңде бәлә-ҡазанан араларға мөмкин",- ти ул.

Денис Бәширов, автоһәүәҫкәр: “Юлда фажиғәләр бик күп була, шуның өсөн ОСАГО-һыҙ йөрөүе бик ҡурҡыныс. Ә былай тыныс йөрөйһөң. 4700 түләнем бер йылға”.

Белгестәр билдәләүенсә, 24 йәшкә етмәгән водителдәр хәүефле йөрөй, тимәк, улар өсөн ОСАГО коэффициенты ла юғарыраҡ булырға тейеш. Хәйер, йәш автоһәүәҫкәрҙәр полис өсөн бөгөндән күберәк аҡса түгә башлай. ОСАГО-ның тариф коридоры 20 процентҡа артты һәм шул уҡ күләмдә кәмене. Әгәр ҙә быға тиклем иң түбән тариф 3 мең 432 һум күләмендә билдәләнһә, иң юғарыһы 4 мең 118 һум тәшкил иткәйне. Хәҙер база ставка 2 мең 746 һумдан 4 мең 942 һумға тиклем тәшкил итә.

Эльвира Вәлишина, страховка компанияһы юрисы: “Водителдең йәшенә, стажына иғтибар күберәк буласаҡ. Рәсәйҙә яңы коэффициент системаһы индерелә. Элек дүрт градация булһа, хәҙер 58-гә тиклем күтәрелде. Шулай уҡ яңы үҙгәрештәр пенсионерҙар өсөн уңайлы, уларға ташламалар буласаҡ”.

Әйтәйек, 59 йәштән өлкәнерәк водителдәрҙең алты йыллыҡ стажы бар икән, улар полисты 7 процент ташлама менән аласаҡ. Хаҡтарҙы билдәләгәндә, страховка осраҡтары статистикаһы, автоһәүәҫкәрҙең юлдағы тәртибе лә күҙ уңында тотола. Шулай уҡ ОСАГО системаһындағы реформа юридик шәхестәрҙең, такси водителдәренең кеҫәһенә һуғасаҡ.

1 апрелдән "Бонус-малус" коэффициенты ла йылына бер тапҡыр билдәләнә башлай. Уға ярашлы, әле аварияһыҙ йөрөгән водителдәргә ташламалар бирелә һәм киреһенсә, юлда иғтибарһыҙ булғандарға ла өҫтәмә түләүҙәр һалына. Әгәр автоһәүәҫкәрҙә бер нисә коэфицент булған осраҡта, иҫәпкә тик иң түбәне генә алынасаҡ

ОСАГО реформаһы бының менән генә сикләнмәйәсәк. Киләсәктә тариф коридоры ҡырҡ процентҡа тиклем киңәйтелеүе ихтимал. Төп маҡсат - полис өсөн хаҡтарҙы ғәҙел билдәләү. Бөгөн илдә водителдәрҙең 83 процентында страховка тарихы ыңғай булыуын иҫәпкә алғанда, ОСАГО өсөн түләүҙәр күптәрҙә кәмер тип көтөлә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Рәсәйҙә ОСАГО тарифтарына үҙгәрештәр индерелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA